

Республика етәксеһе муниципалитет башлыҡтарына Берҙәм ярҙам үҙәктәрендә советниктар өсөн эш урындары әҙерләргә ҡушты, уларһыҙ, Оскар Ситдиҡов һүҙҙәренсә, граждандарҙы ҡабул итеү һөҙөмтәлелеген юғалта.
- Кәңәшсе муниципаль структураға индерелергә тейеш. Был ойошманың эшен көсәйтегеҙ. Ә һуңынан ул беҙгә көс бирәсәк, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ Оскар Ситдиҡовтың Башҡортостандың МХО ветерандары ассоциацияһы эше тураһында йылына ике тапҡыр хәбәр итәсәге билдәле булды.
Бынан алда Радий Хәбиров Башҡортостандың МХО ветерандары Ассоциацияһын төп партнер тип атаны.
Сығанаҡ: "Башинформ".