Рух
+17 °С
Облачно
Новости
6 Мая , 09:59

Еңеү көнөн Өфөнөң тарихи мультимедиа паркында билдәләйҙәр

9 майҙа «Рәсәй – минең тарихым» тарихи парктары бөтә ил буйынса Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнөнә арналған саралар уҙғара.

Еңеү көнөн Өфөнөң тарихи мультимедиа паркында билдәләйҙәрЕңеү көнөн Өфөнөң тарихи мультимедиа паркында билдәләйҙәр
Еңеү көнөн Өфөнөң тарихи мультимедиа паркында билдәләйҙәр

Был көндө мультимедиа тарихи парктарында концерттар, театр постановкалары, лекциялар, кино күрһәтеүҙәр, реконструкциялар һәм патриотик акциялар планлаштырылған.

Өфөлә «Рәсәй – минең тарихым» мультимедиа тарихи паркында 9 майҙа бушлай 20 минутлыҡ экскурсиялар һәм патриотик фильмдар күрһәтеү ойошторола: 12:00 һәм 14: 00 сәғәттәрҙә «Бөйөк Ватан һуғышы» экскурсияһы (йәш сикләүҙәре юҡ, 0+), 13:00 һәм 15:00 сәғәттәрҙә «Сталинград һуғышы» экскурсияһы (0+), 12:30, 13:30, 14:30 һәм 15:30 сәғәттә «Бөйөк Еңеү йондоҙҙары» фильмын (6+) күрһәтеү планлаштырыла, ә 13: 00 сәғәттә Интернет үҫеш институты ярҙамында (12 йәштән өлкән тамашасыларға) төшөрөлгән «Бер Таня ҡалды» мини – сериалын күрһәтеү планлаштырыла.

Бөтә Рәсәй буйынса 26 мультимедиа паркында Еңеү көнөнә арналған ҙур программа ла йәйелдереләсәк. Байрамдың үҙәк майҙансығы булып ВДНХ–ның 57-се павильонындағы «Рәсәй-минең тарихым» тарихи паркы торасаҡ.

Билдәләп үтәйек, «Рәсәй – минең тарихым» тарихи парктары - Рәсәйҙә боронғо замандан хәҙерге заманға тиклемге ил тарихына арналған масштаблы мультимедиа экспозиция комплексы. Проект Рәсәй президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса һәм мәғариф министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Автор:
Читайте нас