Рух
+17 °С
Облачно
Новости
6 Мая , 10:06

Батырлыҡ йылъяҙмаһы: МХО медиа мираҫын Милли музейҙа һаҡлаясаҡтар

Тарих бөгөн яҙыла, һәм Башҡортостанда яҡташтарыбыҙҙың батырлыҡтары тураһында бер факт та юғалмаһын өсөн хәстәрлек күрергә ҡарар иттеләр.

Батырлыҡ йылъяҙмаһы: МХО медиа мираҫын Милли музейҙа һаҡлаясаҡтарБатырлыҡ йылъяҙмаһы: МХО медиа мираҫын Милли музейҙа һаҡлаясаҡтар
Батырлыҡ йылъяҙмаһы: МХО медиа мираҫын Милли музейҙа һаҡлаясаҡтар

5 майҙа республиканың эре дәүләт медиахолдингтары – «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, «Башҡортостан Республикаһы» мәғлүмәт агентлығ етәкселәре һәм Башҡортостандың Милли архивы директоры – МХО-ға бәйле материалдарҙы мәңгелек һаҡлауға тапшырыу тураһында килешеүҙәрҙе нығытты. Был бюрократик процедура ғына түгел, ә тарихи хәҡиҡәтте теркәү буйынса ҙур эш.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың йөкләмәһен үтәү сиктәрендә ведомстволар Башҡортостанда тыуғандарҙың хәрби юлы һәм батырлыҡтары тураһында материалдар йыйыуҙы һәм архивлауҙы ойоштора.

Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев һүҙҙәренсә, Башҡортостандың 40-ҡа яҡын хәрби корреспонденты МХО зонаһында даими эшләй. Уларҙың репортаждары, интервьюлары һәм эксклюзив кадрҙары ваҡиғаларҙың документаль хроникаһы өсөн нигеҙ булып тора.

Милли архив менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу тантанаһында сығыш яһап, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов совет осоронда Матбуғат көнө билдәләнгән 5 май датаһының айырым символик булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Башҡортостан Рәсәйҙең хәрби хәбәрселәр статусы тураһында закон ҡабул иткән тәүге төбәге булды, тип иҫкә төшөрҙө ул.

- Хәрби корреспонденттар беҙҙең яугирҙар менән алғы һыҙыҡта өҙлөкһөҙ тиерлек тора, яугирҙарыбыҙҙың көнкүрешен һәм батырлыҡтарын документлаштыра. Был еңел булмаған һәм хәүефле эш, коллегаларыбыҙ уны беренсе йыл ғына эшләмәй. Был эш быуаттар буйына, беҙҙең вариҫтарыбыҙ, улдарыбыҙ, ейәндәребеҙ, бүләләребеҙ хәтерендә һаҡланып ҡалыуы мөһим, - тип билдәләне Марат Ғәзизов.

Башҡортостандың Милли архивы директоры Кинйә Күскилдин архив хеҙмәттәренең был йүнәлештә эшләүҙәрен билдәләп үтте.

- Беҙ электрон һәм ҡағыҙ документтар, радио-фонд документтары алабыҙ. Күләме меңәрләгән һаҡлау берәмегендә иҫәпләнә. Был йәһәттән беҙҙе ҙур эш көтә, - тине ведомство етәксеһе. 2022-2023 йылдарҙа ҡабул ителгән эштәр алдағы эштәр күләменең бик аҙ өлөшөн генә тәшкил итә. Архивсылар эшенән тыш, беҙгә системалаштырырға, экспертиза үткәрергә, һуңынан документтарҙы республикабыҙҙың һәм Рәсәй Федерацияһының архив фондына тапшырырға кәрәк.

«Башҡортостан Республикаһы» шәшриәт йортоноң генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина журналистарҙың киләсәк быуындар өсөн махсус хәрби операция тураһында медиаматериалдарын тапшырыуҙың ҙур әһәмиәткә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, ә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы етәксеһе Рауил Зарипов, бындай эш ағымдағы журналист эшен тулы тарихи документҡа әйләндерә, тип билдәләне. Әйткәндәй, архив хәрби хрониканы ғына түгел, ә халыҡтың ҙур ярҙам күрһәтеүен дә үҙ эсенә аласаҡ: балаларҙың тарихтарынан алып 90 йәшлек өләсәйҙәрҙең фронтҡа ярҙам итеүенә тиклем.

Батырлыҡ йылъяҙмаһы: МХО медиа мираҫын Милли музейҙа һаҡлаясаҡтар
Батырлыҡ йылъяҙмаһы: МХО медиа мираҫын Милли музейҙа һаҡлаясаҡтар
Батырлыҡ йылъяҙмаһы: МХО медиа мираҫын Милли музейҙа һаҡлаясаҡтар
Батырлыҡ йылъяҙмаһы: МХО медиа мираҫын Милли музейҙа һаҡлаясаҡтар
Батырлыҡ йылъяҙмаһы: МХО медиа мираҫын Милли музейҙа һаҡлаясаҡтар
Батырлыҡ йылъяҙмаһы: МХО медиа мираҫын Милли музейҙа һаҡлаясаҡтар
Батырлыҡ йылъяҙмаһы: МХО медиа мираҫын Милли музейҙа һаҡлаясаҡтар
Автор:
Читайте нас