Урманда нимә эшләү тыйыла:
- усаҡ яғыу;
- тәмәке, эҫе көлдө ташлау йәки ҡалдырыу;
- быяла һауыттар һәм ярсыҡтар (улар ҡояшта линза ролен үтәй һәм үләнде яндыра ала);
- майлы сепрәктәр ташларға;
- аҡландарҙа һәм урманға яҡын баҫыуҙарҙа ҡоро үлән яндырырға;
- ағас аҫтында, йәш ылыҫлы урманда, ҡоро үлән өҫтөндә ут яғырға.
Штрафтар ҙур:
- граждандар өсөн — 60 000 һумға тиклем;
- вазифалы кешеләргә — 110 000 һумға тиклем;
- компанияларға һәм предприятиеларға — 2 000 000 һумға тиклем.
Әгәр янғын урманға етди зыян килтерһә, ғәйепле енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы ихтимал.
Урманда ут күрҙегеҙме? Шунда уҡ шылтыратығыҙ:
- 8 (347) 218-14-14 — диспетчерская Минлесхоза Башкирии;
- 8 (800) 100-94-00 — федеральная лесная охрана (звонок бесплатный).
Министрлыҡта иҫкәртәләр: урман янғынын һүндереүгә ҡарағанда иҫкәртеү еңелерәк.