

Быйыл проектта ҡатнашыуға белем биреү эшмәкәрлеген алып барған 57 ойошманан ғариза бирелгән. Уларҙың 33-ө генә, шул иҫәптән Өфө фән һәм технологиялар университеты, Пилотһыҙ авиация системалары һәм һығылмалы белем биреү траекторияһы элементтары (белем биреү программалары) өлкәһендә төбәк-ара кадрҙар әҙерләү үҙәктәрен асыҡ һайлап алыу тураһындағы Положение талаптарына тап килә тип таныла.
Программаны тормошҡа ашырыуҙы университетта Электротехник инжиниринг институты менән берлектә Өлөкһөҙ белем биреү институты тәьмин итәсәк.
- «Пилотһыҙ авиация системалары өсөн кадрҙар» проектында ҡатнашыу республикабыҙға пилотһыҙ авиация системаларының юғары технологиялы тармағын үҫтереүгә ҙур өлөш индерергә мөмкинлек бирәсәк. Өфө университетының пилотһыҙ технологиялар өлкәһендәге юғары тәжрибә һәм компетенциялар кимәле был перспективалы өлкәлә талап ителгән белгестәрҙе сифатлы әҙерләүҙе тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.
Шуны билдәләп үтәйек, Пилотһыҙ авиация системалары өлкәһендәге инженерҙар киләсәктә иң яҡшы һөнәрҙәр иҫәбенә инә. Алдағы 7 йылда Рәсәйгә пилотһыҙ авиация өлкәһендә 1 миллионға яҡын профессионал пилотһыҙ осоу аппараттарын эшләү, етештереү һәм файҙаланыу өсөн белгестәр кәрәк буласаҡ.
«Пилотһыҙ авиация системалары өсөн кадрҙар» федераль проекты «Пилотһыҙ авиация системалары» милли проектының төп өлөшө булып тора һәм илдең граждан пилотһыҙ осоу аппараттары өлкәһендә технологик суверенитетын тәьмин итеүсе өҙлөкһөҙ белгестәр әҙерләү системаһын булдырыуға йүнәлтелгән. «Пилотһыҙ авиация системалары өсөн кадрҙар» проектының операторы булып «Университет 2035» сығыш яһай.
Белешмә.
Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса илдә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Хәҙер «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 кампус проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.
Өфөләге юғары уҡыу йорттары ара кампусы - был 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар киңлеге.
#молодежьидети
#нацпроектмолодежьидети