

«Башҡортостан Республикаһында БДФ шаңдауы» махсус программаһы сиктәрендә спектаклдәр, нәфис һәм анимациялы фильмдар күрһәтеү, яҙыусылар һәм иллюстраторҙар менән ижади осрашыуҙар, шулай уҡ 60-тан ашыу ағартыу сараһы үтәсәк.
Өфө халҡына һәм ҡунаҡтарға Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Тверь, Омск, Ульяновск ҡалаларынан төрлө йылдарҙа Ҙур балалар фестивале лауреаты булған театрҙар ҡуйған 8 спектакль һәм Башҡортостан театрҙарының 6 постановкаһы тәҡдим ителәсәк.
Программаны Мәскәү Губерна театрының «Бәләкәй принц» (12+) музыкаль әкиәте аса. «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһенә төп ролдә Рәсәйҙең халыҡ артисы Сергей Безруков сыға.
Фестиваль афишаһына Ҙур балалар фестивале лауреаттары спектаклдәре инә:
Башҡортостан театрҙарының спектаклдәре:
«БДФ Кино» һәм «БДФ Анимация» – программаларында – ғаиләләр өсөн түләүһеҙ фильмдар. Тамашасыға Ҙур балалар фестивале лауреаты булған нәфис һәм анимациялы кинофильмдар тәҡдим ителәсәк. Улар оригиналь сюжет, тәрән йөкмәтке, профессиональ ҡуйылыш менән айырылып тора. Уларҙы ҡарарға килер алдынан теркәлеү үтергә кәрәк. Киноларҙы «Родина» кинотеатрында күрһәтәсәктәр.
«БДФ Китап» йүнәлешендә яҙыусылар Евгения Русинова, Юлия Весова, Ольга Лишина, иллюстратор Леся Уланова менән ижади осрашыуҙар буласаҡ һәм әҙәби оҫтаханалар эшләйәсәк. Программаны йүнәлештең спикерҙары һәм кураторы Марина Молявина менән осрашыу асып ебәрәсәк. Бөтә саралар Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үтәсәк.
«БДФ Оҫтаханалар» программаһында 200 бала ҡатнашасаҡ. Вокал, сәхнә телмәре һәм дикция, актерлыҡ оҫталығы, ҡурсаҡ менән эш итеү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен билдәле педагогтар үткәрәсәк.
Тармаҡта эшләгән профессионалдар өсөн «БДФ Белем биреү» программаһы тәҡдим ителәсәк. Маркетинг, мәҙәниәт учреждениелары эшмәкәрлегенең хоҡуҡ һәм иҡтисади яҡтары тураһындағы лекцияларҙы 80 белгес тыңлаясаҡ.
«БДФ Мәктәп» йүнәлеше мәктәп театрҙарының һәм балалар театр студияларының 40 педагогына тәғәйенләнә. Улар мәктәптәрҙә нисек спектаклдәр ҡуйыу тураһында беләсәк. Методик семинарҙарҙы һәм тренингтарҙы Антон Ткаченко, Алина Кушим, Елена Дементьева үткәрәсәк.
Бөтә саралар түләүһеҙ, тик һәр береһенә алдан теркәлеү талап ителә.
«ЭХО БДФ» 2021 йылдан алып Рәсәй төбәктәрендә йәшәүселәрҙе төрлө йылдарҙа Ҙур балалар фестивале лауреаттары тип танылған иң яҡшы постановкалар, фильмдар, китаптар менән таншытыра. Быларҙан тыш, программаға йәш тамашасылар өсөн белем биреү блоктары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм мәктәп театрҙары педагогтары өсөн семинарҙар инә. Проект заманса сәнғәткә инеү мөмкинлеген аса һәм йәштәрҙең ижади үҫешенә ярҙам итә, шулай уҡ профессионалдарға эш өсөн файҙалы инструменттар бирә. Биш йыл эсендә программа Калининградтан Камчаткаға тиклем, Карелиянан һәм Югранан Дағстанға тиклем, Севастополдән Алтайға тиклем 16 төбәктә 20 тапҡыр үткәрелгән.
* * *
Ҙур балалар фестивале (БДФ) – йыл һайын үткәрелгән күп жанрлы сәнғәт фестивале. Ул 2018 йылда Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Сергей Безруков инициативаһы менән үткәрелә башланы. Ҙур балалар фестивале «Ғаилә» милли проектына индерелгән һәм «Кесе Ватандың мәҙәниәте» федераль партия проектын үтәү сиктәрендә Президент мәҙәни инициативалар фонды һәм Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы булышлығында ғәмәлгә ашырыла.
Фестивалдең үҙенсәлеге шунда: уның шорт-листын эксперттар төҙөй, әммә еңеүселәрҙе Һәр ваҡыт бойондороҡһоҙ Балалар жюриһы һайлай.
«ЭХО БДФ Республика Башкортостан» проектын ойоштороусылар – Сергей Безруковтың Социомәҙәни проекттарға ярҙам итеү һәм үҫтереү фонды, Мәскәү Губерна театры.
Ойоштороусылар - Башҡортостан республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры.
ФОТО: Фестиваль архивынан.