Рух
+3 °С
Облачно
Новости
22 Апреля , 04:27

«Кесе Ватан– Рәсәй көсө» форумы. Беренсе көн йомғаҡтары

III «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» Бөтә Рәсәй муниципаль форумының тәүге көнөндә бай эшлекле программа, төп килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу, туғандаш ҡалалар форумы һәм Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған «Ватан йөрәге» мәҙәниәттәр фестивале төп ваҡиғалар булды.  

«Кесе Ватан– Рәсәй көсө» форумы. Беренсе көн йомғаҡтары«Кесе Ватан– Рәсәй көсө» форумы. Беренсе көн йомғаҡтары
«Кесе Ватан– Рәсәй көсө» форумы. Беренсе көн йомғаҡтары

Форум Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡушыуы буйынса үткәрелә. Сараны ойоштороусы - Рәсәй Президенты Хакимиәте ярҙамында бөтә Рәсәй урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы. Унда муниципаль берләшмәнең, федераль һәм төбәк власы органдарының 7 меңгә яҡын вәкиле, шулай уҡ сит ил ҡалалары хакимиәттәренән 60-тан ашыу делегат ҡатнаша. Форум эшендә Башҡортостан муниципалитеттары башлыҡтары ла ҡатнаша.
 
Тантаналы асыу һәм төп спикерҙар

Тантаналы сарала муниципаль берләшмә вәкилдәренә дәүләт наградалары һәм Рәсәй Президентының дәртләндереүҙәре тапшырылды.

Форум ҡатнашыусыларын Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко сәләмләне. Ул илдең милли үҫеш маҡсаттарына өлгәшеүҙә урындағы властың айырым ролен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Рәсәй Федерацияһы Именлек советы рәйесе урынбаҫары, «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы рәйесе Дмитрий Медведев «Халыҡ программаһы: илдең социаль-иҡтисади үҫешендә «Берҙәм Рәсәй» партияһының роле» тигән мастер-лекция үткәрҙе. Ул муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе яҡлау өсөн хоҡуҡи нигеҙ булдырырға ҡушты һәм форумда ҡатнашыусыларҙы яңы халыҡ программаһын булдырыуға ҡушылырға саҡырҙы.
 

- Илебеҙ президенты ҡуйған мөһим маҡсаттарҙың береһе - мегаполистар һәм алыҫ территориялар, ҡала һәм ауыл араһында булған социаль һәм технологик айырмаларҙы кәметеү. Шуның менән илдең тигеҙ һәм эҙмә – эҙлекле үҫешен тәьмин итергә, - тип билдәләне Дмитрий Медведев.

Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышының Федерация советы рәйесе Валентина Матвиенко Рәсәй дәүләтселегенең нигеҙе булараҡ урындағы үҙидара роленә баҫым яһаны һәм урындағы власть органдары эшенә ҡатын-ҡыҙҙарҙың индергән өлөшөн айырыуса билдәләне.

- Ҡатын-ҡыҙҙар был эште бик яҡшы башҡара. Шул уҡ ваҡытта үҙ характеры, тәүәккәллеге, патриотизмы буйынса улар ир-егеттәрҙән бер ҙә ҡалышмай. Беҙ конкурентлыҡ һәләтенә эйә, һәм кешеләрҙең ҡатын – ҡыҙҙарҙы үҙидара органдарына һайлауы быны раҫлай, - тип фекерен уртаҡлашты Валентина Матвиенко.

ВАРМСУ рәйестәше, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса совет президиумы ағзаһы Ирина Гусева муниципалитет проблемаларын еткереү технологияһының нисек төҙөлөүенә айырыуса баҫым яһаны.

- Муниципаль берәмек башлыҡтарының өҫтөнлөклө бурыстарының береһе - халыҡтың ауылда ҡалырға теләүе, бәләкәй ватанды үҫтереү өсөн шарттар булдырыу. ВАРМСУ үҙенең проекттары сиктәрендә властың бөтә кимәлдәрендә тура диалог булдыра һәм урындарҙан федераль үҙәккә реаль тәҡдимдәр еткерә. Ошондай проекттар ярҙамында ауыл биләмәләре үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр ала, ә халыҡ – йәшәү өсөн уңайлыраҡ шарттар, – тип асыҡлыҡ индерҙе Ирина Гусева.
 

Эшлекле программаның икенсе өлөшө муниципалитеттарҙың халыҡ-ара хеҙмәттәшлеге, территорияларҙы стратегик һәм киңлек йәһәтенән үҫтереү, төбәктәрҙең инфраструктураһын яңыртыу һәм МХО ветерандарына ярҙам итеү мәсьәләләренә арналды.

Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығы вәкиле, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Алексей Оверчук хөкүмәт-ара комиссияларҙың муниципалитеттар мәнфәғәттәрен алға ебәрергә әҙер булыуын белдерҙе.

- Иҡтисади үҫеш муниципалитеттарҙа башлана: проекттар тормошҡа ашырылған урындарҙа эш урындары булдырыла. Бында иң мөһиме - инициативалы булыу, үҙ проекттарыңды, предприятиеларың продукцияһын әүҙем алға ебәреү, инвестициялар йәлеп итеү. Былтыр муниципалитет линияһы буйынса сит илдәр менән 130 килешеү төҙөлдө, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Алексей Оверчук.

Вице-премьер Марат Хөснуллин илдең комплекслы үҫешенә йүнәлтелгән һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙә муниципалитеттарҙың ролен билдәләне.

- Илебеҙҙә төп капитал-ул кеше. Ул йәшәгән ерҙә инфраструктура, бизнес, хеҙмәттәр үҫешә. Әгәр уңайлы шарттар – һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, яҡшы юлдар һәм эш булмаһа, кеше үҙ тораҡ пунктында йәшәмәйәсәк. Шуға күрә илдең бөтә төбәктәрен үҫтереү менән мотлаҡ шөғөлләнергә кәрәк. Артабан да беҙҙең дөйөм команда эше – федераль үҙәк, төбәктәр, муниципалитеттар, – барлыҡ ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, рәсәйҙәр мәнфәғәтендә күренекле һөҙөмтәләр килтереүен дауам итер, тип ышанам, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Марат Хөснуллин.
 
Ҡул ҡуйылған килешеүҙәр

«Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фонды менән ВАРМСУ араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу – көндөң төп ваҡиғаларының береһе. Килешеү сиктәрендә фонд илдең төбәктәрендә муниципаль филиалдар асасаҡ, ә ВАРМСУ уларҙың эшен башлауҙа системалы ярҙам күрһәтәсәк. Был ҡарар һәр муниципалитет кимәлендә МХО ветерандарына һәм уларҙың ғаиләләренә берҙәм ярҙам инфраструктураһын булдырасаҡ.
 
Туғандаш ҡалалар форумы

Туғандаш ҡалалар форумы сит ил ҡалалары хакимиәттәренән 60-тан ашыу делегатты берләштерҙе. Рәсәй муниципалитеттары һәм дуҫ илдәр вәкилдәре муниципаль-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү перспективаларын, иң яҡшы идара итеү тәжрибәләре менән алмашыуҙы, берлектәге гуманитар, мәғариф һәм мәҙәни проекттарҙы тикшерҙе. Муниципаль дипломатия бөгөн – халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыуҙың һәм Рәсәйҙең сит илдәрҙәге объектив образын формалаштырыуҙың мөһим элементы, - тип билдәләне форумда ҡатнашыусылар.
 
 «Ватан йөрәге» мәҙәниәттәр форумы

Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған «Ватан йөрәге» мәҙәниәттәр фестивале – форумдың беренсе көнөнөң мәҙәни доминанты. Форум ҡунаҡтары илебеҙ төбәктәрендә йәшәгән халыҡтарҙың йолалары, һөнәрҙәре, милли аш-һыуы һәм ижады менән танышты. Мәҙәни төрлөлөк - Рәсәй берҙәмлегенең нигеҙе һәм уның территорияларын үҫтереүҙең төп ресурстарының береһе.
 
Көн йомғаҡтары

Форумдың беренсе көнө йомғаҡтары буйынса муниципаль хеҙмәткәрҙәргә, МХО ветерандарына ярҙам итеү, ауыл биләмәләрен үҫтереү, ҡалаларҙың халыҡ-ара хеҙмәттәшлеге һәм илдең киңлек үҫеше өлкәһендә аныҡ башланғыстар әҙерләнгән. Ҡул ҡуйылған килешеүҙәр Һәм ҡабул ителгән ҡарарҙар Рәсәйҙең һәр муниципалитетында кешеләрҙең йәшәү сифатына туранан-тура йоғонто яһаясаҡ.

Фото: пресс-служба ВАРМСУ.
Автор:
Читайте нас