

«Бөгөн съезда социаль етемлек темаһын тикшерҙек. Балалар йорттарындағы күп балаларҙың тере ата-әсәләре бар. Төрлө тормош ауырлыҡтары, кире ваҡиғалар арҡаһында улар бала тәрбиәләү хоҡуғын юғалта. Әсәһе, атаһы булһа, балалар уларға ынтыла. Беҙҙең бурыс - нисек тә булһа, бөтә көсөбөҙ менән ғаиләләрҙе һаҡлап ҡалыу. Социаль етемлеккә ҡаршы көрәш буйынса программа эшләй, әсәйҙәргә ваҡытында ярҙам итергә, ауыр хәлдә ғаиләгә ярҙам итергә, ниндәйҙер кире ваҡиғаларҙы ваҡытында иҫкәртергә кәрәк. Беҙ балалар йорттарында урындар һанын һиҙелерлек кәметтек. Был бик яҡшы күрһәткес. Балалар ғаиләлә йәшәргә тейеш», - тине Радий Хәбиров.
Белешмә
Башҡортостанда етем балаларҙың дөйөм һаны (5 йыл эсендә 19 процентҡа, 2026 йылдың 1 ғинуарына – 9 065 бала) һәм асыҡланған социаль етемдәрҙең (5 йыл эсендә 4,4 процентҡа) кәмеүе менән бер рәттән ғаиләләргә урынлаштырылған балалар өлөшө 94 процентҡа еткән. Приюттарҙа койка фонды 37 процентҡа, ә социаль етемлек өлөшө 22 процентҡа кәмей.
Сығанаҡ:"Башинформ"мәғлүмәт агентлығы.