

Фестиваль 190 илдән 10 мең йәш лидерҙы йыйыр тип көтөлә, уларҙың яртыһын рәсәйҙәр, яртыһын сит ил ҡатнашыусылары тәшкил итәсәк. Улар өсөн 50-гә яҡын белем биреү форматы әҙерләнгән: лекциялар, дискуссиялар һәм Рәсәй һәм башҡа илдәр эксперттары менән осрашыуҙар. Шулай уҡ билдәле спортсыларҙың күнекмәләре һәм оҫталыҡ дәрестәре менән спорт программаһы планлаштырылған.
Фестивалдең төп өлөшөнән һуң ҡатнашыусыларҙы Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған 30 йүнәлеш буйынса төбәк программаһы көтә. Вице-премьер Дмитрий Чернышенко билдәләүенсә, бөгөнгө көнгә 175 илдән 60 меңдән ашыу ғариза килгән. Килергә теләүселәр араһында төрлө өлкәләрҙәге йәш белгестәр һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре бар: IT һәм фәндән алып спорт һәм дәүләт идаралығына тиклем.
Фото: Рәсәй Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.