Новости
10 Апреля , 06:53

Ауырғазы районы уҡытыусыһы "Ю.А.Гагарин" миҙалы менән бүләкләнде

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа мәғариф өлкәһендә уңышлы хеҙмәте, юғары һөнәри оҫталығы өсөн уҡытыусыларҙы бүләкләнеләр. Улар араһында Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы Айгөл Һатлыҡова ла булыуы бик тә һөйөнөслө булды.

Ауырғазы районы уҡытыусыһы "Ю.А.Гагарин" миҙалы менән бүләкләндеАуырғазы районы уҡытыусыһы "Ю.А.Гагарин" миҙалы менән бүләкләнде
Ауырғазы районы уҡытыусыһы "Ю.А.Гагарин" миҙалы менән бүләкләнде

Беҙ уны һәр сараларҙа, конкурстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа уҡыусылары менән әүҙем ҡатнашып йөрөүсе педагог булараҡ беләбеҙ. Һәр саҡ яғымлы уҡытыусы үҙ эшен яратып башҡара, балаларында ижади һәләттәр үҫтереү өҫтөндә лә күп эшләй.

— "Юрий Алексеевич Гагарин" миҙалына лайыҡ булыу минең өсөн ҙур хөрмәт. Был награда ике мөһим датаға: кешенең йыһанға тәүге тапҡыр осоуына 65 йыл тулыуға һәм Юрий Гагарин кубогына үткәрелгән республика олимпиадаһының 15 йыллығына арналды. Әммә был награда менән бүләкләнеүем бер үҙемдең генә хеҙмәтем түгел, эргәмдәгеләрҙең дә ҙур ярҙамы бик ҡиммәтле. Ихлас күңелдән туғандарыма, Талбазы башҡорт гимназияһы коллективына, мәғариф бүлеге методистарына, уҡыусыларыма һәм уларҙың ата-әсәләренә рәхмәтемде белдерәм, — ти, һөйөнөсө менән уртаҡлашып, Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы.

 

Афарин, Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы! Тағы ла уңыштарға өлгәшергә, юғары үрҙәр яуларға яҙһын!

Ауырғазы районы уҡытыусыһы "Ю.А.Гагарин" миҙалы менән бүләкләнде
Ауырғазы районы уҡытыусыһы "Ю.А.Гагарин" миҙалы менән бүләкләнде
Ауырғазы районы уҡытыусыһы "Ю.А.Гагарин" миҙалы менән бүләкләнде
Ауырғазы районы уҡытыусыһы "Ю.А.Гагарин" миҙалы менән бүләкләнде
Ауырғазы районы уҡытыусыһы "Ю.А.Гагарин" миҙалы менән бүләкләнде
Ауырғазы районы уҡытыусыһы "Ю.А.Гагарин" миҙалы менән бүләкләнде
Ауырғазы районы уҡытыусыһы "Ю.А.Гагарин" миҙалы менән бүләкләнде
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас