Рух
+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Новости
8 Апреля , 08:05

Башҡортостанда «Йөрәгемде балаларға бирәм – 2026» Бөтә Рәсәй конкурсы үткәрелә

Башҡортостанда «Йөрәгемде балаларға бирәм – 2026» Бөтә Рәсәй конкурсы үткәреләБашҡортостанда «Йөрәгемде балаларға бирәм – 2026» Бөтә Рәсәй конкурсы үткәрелә
Башҡортостанда «Йөрәгемде балаларға бирәм – 2026» Бөтә Рәсәй конкурсы үткәрелә

«Йөрәгемде балаларға бирәм — 2026» Бөтә Рәсәй өҫтәмә белем биреү өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталығы конкурсының республика этабының 1-се турына экспертиза тамамланды. «Йөрәгемде балаларға бирәм» төбәк этабы «Йәштәр һәм балалар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарыла. ​

Беренсе турҙа конкурстың 10 номинацияһы буйынса 35 муниципалитеттан 56 өҫтәмә белем биреү педагогы ҡатнашты. Конкурсанттар жюри хөкөмөнә «Твой путь к самореализации и успеху!» асыҡ дәресенең видео визиткаһын һәм видеоһын тәҡдим итте, ә «Наставничество в ДО» номинацияһында ҡатнашыусылар оҫталыҡ дәресе тәҡдим итте.

1 апрелдән 15-нә тиклем Конкурстың ситтән тороп үткәреү этабының 2 туры үтә, унда конкурсанттарҙы өҫтәмә дөйөм белем биреү дөйөм үҫеш программаларына экспертиза һәм «Балаларға өҫтәмә белем биреү өлкәһен үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре» тесты көтә.

Автор:
Читайте нас