Республиканың ауыл хужалығы министрлығында агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалына булышлыҡ итеү төбәк программаһында ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу үтте. Конкурс йомғаҡтары буйынса аграр тармаҡтың 81 йәш белгесе дәүләт ярҙамы алды.
2026 йылда конкурс буйынса һайлап алыуҙа республиканың агросәнәғәт комплексы предприятиеларында эшләгән һәм программаның билдәләнгән критерийҙарына тап килгән 111 йәш белгес ҡатнашты.
- Төбәктә йәш белгестәргә-аграрийҙарға ярҙам итеү системаһы һаҡланып ҡалыуы һәм эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырылыуы мөһим,-тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Башҡортостан ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Был агросәнәғәт комплексына йәштәрҙе ауылға йәлеп итеү һәм нығытыу мәсьәләләрендә яҡшы өҫтөнлөктәр бирә, хәҙерге шарттарҙа был айырыуса ҡиммәтле.
Шуны билдәләп үтәйек, конкурс буйынса һайлап алыуҙы үткән бөтә ҡатнашыусылар ҙа төбәк бюджеты саралары иҫәбенә 750 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү алды.
Программаны тормошҡа ашырыу тармаҡтың кадрҙар составын яңыртыуға, ауыл хужалығы һөнәрҙәренең абруйын күтәреүгә һәм республиканың ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереүгә булышлыҡ итә.