Рух
+7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель , 15:08

Башҡортостанда киң мәғлүмәт саралары, нәшриәтселәр өсөн династиялар конкурсы

Төбәктә «Башҡортостандың хеҙмәт династиялары» конкурсы старт алды, тип хәбәр итә "Молодежная газета". Унда ҡатнашыу өсөн киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен, нәшриәтселдәрҙе һәм полиграфтарҙы саҡыралар.

Башҡортостанда киң мәғлүмәт саралары, нәшриәтселәр өсөн династиялар конкурсы
Башҡортостанда киң мәғлүмәт саралары, нәшриәтселәр өсөн династиялар конкурсы

Ойоштороусылар ғаилә йолалары хаҡында, шулай уҡ шәхси архивтарҙан фото һәм видеояҙмаларҙы көтә. Эштәр өс номинацияла ҡабул ителә: һөҙөмтәле эш, быуындар күсәгилешлеге һәм иң боронғо династия өсөн.

Һайлап алыу этабы 27 апрелгә тиклем дауам итә. Артабан 10 авгусҡа тиклем еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы һайлайҙар. Уларҙы Республика көнөндә бүләкләйәсәктәр. Наградаларҙы төбәк башлығы Радий Хәбиров тапшырасаҡ.

Унда тармаҡта кәм тигәндә өс кеше эшләгән династиялар ҡатнаша ала. Был балалар, ейәндәр һәм башҡа туғандар, шул иҫәптән ир менән ҡатын һәм уллыҡҡа алынған ғаилә ағзалары булыуы мөмкин. Уларҙың береһе булһа ла Башҡортостанда йәшәүе һәм эшләүе мөһим. Династияның дөйөм хеҙмәт стажы 30 йылдан ашыу булырға тейеш.

Ҡатнашыу өсөн документтар пакетын тапшырырға кәрәк: ғариза, стажы күрһәтелгән ғаилә ағзалары исемлеге, хеҙмәт кенәгәләренең күсермәләре йәки эш тураһында электрон мәғлүмәттәр, туғанлыҡ, наградалар һәм һөнәри ҡаҙаныштар тураһында документтар. Шулай уҡ ғаилә традициялары тураһында өс биткә тиклем хикәйә һәм шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ талап ителә.

Быйыл конкурс бишенсе тапҡыр үткәрелә. Ул ауыл хужалығы һәм һаулыҡ һаҡлауҙан алып төҙөлөшкә, транспортҡа һәм IT–ға тиклем тармаҡ йүнәлештәре буйынса үтә.

Киң мәғлүмәт саралары һәм нәшриәтселәр династиялары өсөн документтарҙы Матбуғат агентлығы электрон почтаға ҡабул итә: Shustikova.EV@bashkortostan.ru.

Положение о конкурсе можно найти по ссылке.

Автор:
Читайте нас