Рух
+13 °С
Облачно
Новости
4 Апреля , 03:00

Башҡортостан архитекторҙарын «АРХ-ИДЕЯ» Бөтә Рәсәй фестиваленә саҡыралар

Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы профессиональ архитектура берләшмәһен һәм йәш белгестәрҙе «АРХ-ИДЕЯ 2026» Бөтә Рәсәй архитектура фестиваленең конкурс программаһында ҡатнашырға саҡыра. Сара «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә, ул Дағстанда 2026 йылдың 12-15 майында үтәсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан архитекторҙарын «АРХ-ИДЕЯ» Бөтә Рәсәй фестиваленә саҡыраларБашҡортостан архитекторҙарын «АРХ-ИДЕЯ» Бөтә Рәсәй фестиваленә саҡыралар
Башҡортостан архитекторҙарын «АРХ-ИДЕЯ» Бөтә Рәсәй фестиваленә саҡыралар

Фестиваль төбәктәр араһында тәжрибә уртаҡлашыу, торлаҡ төҙөлөшөн ҡануни көйләүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшереү һәм ҡала төҙөлөшө өлкәһендә дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу өсөн майҙансыҡ буласаҡ.

Ҡатнашыуға профилле урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары, шулай уҡ йәш архитекторҙар, дизайнерҙар һәм урбанистар саҡырыла.

 

- Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө өлкәһендәге мәҙәни-мәғариф ваҡиғаһы инде 15 йыл самаһы ил ҡалаларының архитектура-ҡала төҙөлөшө йөҙөн формалаштырыуға булышлыҡ итеүҙе маҡсат итеп ҡуя, 2026 йылда тәүге тапҡыр географияны Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә киңәйтә, - тип билдәләне Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.

Автор:
Читайте нас