Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә «Газпром межрегионгаз Өфө» ЯСЙ генераль директоры – «Газпром газораспределение Уфа» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсе ойошмаһы Альберт Лоҡманов һөйләүенсә, 2021-2025 йылдарға беренсе проект сиктәрендә 2 мең километрҙан ашыу ҡасаба-ара һәм ҡасаба эсендәге газ үткәргестәр төҙөү, 26 меңдән ашыу йорт урынлашҡан 181 тораҡ пунктты газлаштырыу ҡаралған. Әлеге ваҡытта ҡасаба-ара газ үткәргестәр буйынса проект-эҙләнеү эштәрен башҡарыу 99 процент тәшкил итә; 1 объект ҡала, ул 2025 йылға планлаштырылған.
Икенсе проект буйынса бөгөнгө көнгә 76 мең самаһы ғариза ҡабул ителгән, 74,7 мең килешеү төҙөлгән, уларҙың 93 проценты ер участкалары сиктәренә тиклем үтәлгән, 61,3 мең самаһы йорт газға тоташтырылған.
- Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарамағындағы координация үҙәге илдең бөтә субъекттары буйынса онлайн режимда газлаштырыу буйынса сараларҙың үтәлешен күҙәтә. Дөйөм һөҙөмтә рейтингта күрһәтелә. Һуңғы йыл ярым эсендә башҡортостан республикаһы ҙур 10 төбәк төркөмөндә беренсе урынды биләй.
Сығанаҡ: https://resbash.ru