Рух
+5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март , 12:43

Владимир Путин Башҡортостандың өс билдәле спортсыһын бүләкләне

Рәсәй президенты Владимир Путин Башҡортостандың өс билдәле спортсыһын наградланы, тип хәбәр итә «Башинформ».

Владимир Путин Башҡортостандың өс билдәле спортсыһын бүләкләне
Владимир Путин Башҡортостандың өс билдәле спортсыһын бүләкләне

Ижтимағи әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ намыҫлы эше өсөн Рәсәй Федерацияһы Президентының рәхмәт хаты «Ватанды Һаҡлаусылар» ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалының социаль координаторы Ирек Зариповҡа иғлан ителде.

Физик культура һәм спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы Президентының рәхмәт хаты Башҡортостандың Фехтование буйынса спорт әҙерлеге үҙәге директоры Лира Грушинаға һәм Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге директоры Юлия Чачинаға иғлан ителде.

Автор:
Читайте нас