Мәҫәлән, өлгәшкән хеҙмәт уңыштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Дуҫлыҡ ордены менән Вячеслав Кожевников — «Форвард Энерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, «Башнефть — Добыча» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш инженеры — баш энергетигы урынбаҫары, бүләкләнә.
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы» маҡтаулы исеме - Өфөнөң 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Жанна Вәлиеваға; Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының бүлек мөдире Вера Дмитриеваға; Ашығыс медицина ярҙамы һәм һәләкәттәр медицинаһы үҙәгенең баш табибы Аяз Камаловҡа; Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының бүлек мөдире Петр Рабухинға бирелде. Тимер юл транспорты өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Ринат Ҡунаҡбаев «Тимер юлдарҙы үҫтергән өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.
Сығанаҡ: «Башинформ»