Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, 2025 йыл төбәк идара итеү командалары өсөн стресс-тест булып тора:
Төбәктәргә ҡаты бюджет дисциплинаһы режимында эшләргә тура киләсәк. Маневр өсөн мөмкинлектәр кәмей, ә идара итеү хатаһы ҡиммәткә төшә.
Ошо фонда Башҡортостан Мәскәү өлкәһе, Краснодар крайы, Татарстан һәм Ленинград өлкәһе менән бергә алдынғы 5 төбәк иҫәбенә инде.
ЦРРП мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылдың туғыҙ айында Башҡортостанда төп капиталға инвестициялар күләме яҡынса 445 миллиард һумға еткән, ә һуңғы йылдарҙа үҫеш темптары уртаса Рәсәйҙекенән ике тапҡырға алдараҡ.
Республика икенсе йыл рәттән Стратегик башланғыстар агентлығының инвестиция мөхите милли рейтингында өсөнсө урынды биләй, быны үҫешкән инфраструктура һәм бизнес өсөн аңлайышлы уйын ҡағиҙәләре менән бәйләйҙәр.
Иҡтисад фәндәре докторы, профессор Әлфиә Кузнецова билдәләүенсә, Башҡортостанда административ кәртәләрҙе эҙмә-эҙлекле кәметәләр: лицензия һәм рөхсәт алыу процедураларын ябайлаштыралар, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам сараларын үҫтерәләр.
Бынан тыш, республика етәкселәре эшҡыуарҙар менән даими осраша, республика һәм муниципаль кимәлдә инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ сәғәттәре үткәрә.
Шулай уҡ аналитиктар Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың шәхси өлөшөн, атап әйткәндә, уның федераль үҙәк менән үҙ-ара эш итеү, ресурстар йәлеп итеү һәм төбәкте ҙур эшлекле майҙансыҡтарҙа танытыу һәләтен билдәләй.
Евгений Минченко, «Минченко консалтинг» президенты:
- Хәбиров төҙөгән системалы эш федераль власть органдары яғынан да, Рәсәй бизнесы яғынан да ышанысты нығыта. Республика ил бюджетынан средстволарҙы һәм шәхси инвестицияларҙы уңышлы йәлеп итә, - тип белдеоҙе.
Миҫалға ВТБ структуралары менән берлектә Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы проектын тормошҡа ашырыуҙы килтерергә була. Башҡортостан башлығы, «Транспорт аҙналығы» эшлекле сараларында һәм ҙур форумдарҙа төбәк лидерлығы кейсын алға этәреп, республика мәнфәғәттәрен һәм уның халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса һөҙөмтәле лоббистҡа әүерелә.
Һөҙөмтәлә - төбәк имиджына плюс, был төбәктәрҙең юғары вазифалы кешеләренең һөҙөмтәлелеген баһалау критерийҙарының береһенә йоғонто яһай, быны федераль үҙәк һиҙгер күҙәтә.
ЦРРП докладында мөһим тенденция теркәлә: инвестицияларҙа дәүләт өлөшө 55-60%-ҡа етә, әммә бюджет ресурстары ғына етмәй. Был осраҡта уңышлы төбәктәр, шул иҫәптән Башҡортостан да, гибрид механизмдарҙы - концессияларҙы, инфраструктура ҡоралдарын һәм партнерлыҡ моделдәрен әүҙем ҡуллана. Шул уҡ ваҡытта дөйөм инвестиция фоны ҡатмарлаша, һәм тап идара итеү ҡарарҙары төбәктәрҙең тотороҡлолоғон билдәләйәсәк.
Төбәктәрҙең идара итеү командаларына килеп тыуған хәлгә яраҡлы үҫеш стратегияһын әҙерләргә һәм тормошҡа ашырырға кәрәк. Башҡортостанда ла бындай стратегия бар: 2025 йылда ғына республиканың төп капиталына инвестицияларҙың дөйөм күләме 853 миллиард һумға тиерлек еткән (былтырғыға ҡарағанда 1,7 процентҡа күберәк). Төбәк башлығы ҡуйған киләһе маҡсат: 1 триллион һум инвестиция йәлеп итеү.