Рух
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март , 14:21

Радий Хәбиров Контроль-иҫәп палатаһы рәйеслегенә Елена Теняеваны тәҡдим итте

Республика башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышына Башҡортостан Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе вазифаһына тәғәйенләү өсөн Елена Теняева кандидатураһын тәҡдим итте.

Радий Хәбиров Контроль-иҫәп палатаһы рәйеслегенә Елена Теняеваны тәҡдим итте
Радий Хәбиров Контроль-иҫәп палатаһы рәйеслегенә Елена Теняеваны тәҡдим итте

Парламент спикеры Константин Толкачев билдәләүенсә, кандидатура талаптарына ярашлылыҡҡа Рәсәй Иҫәп палатаһының ыңғай һығымтаһын алды ла инде. Әлеге ваҡытта мәсьәлә дәүләт Йыйылышының профилле комитеттарында ҡарала. Һуңғы ҡарар алдағы пленар ултырышта депутаттарҙың тауыш биреү юлы менән ҡабул ителәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың июненән Елена Теняева ведомство етәксеһе урынбаҫары һәм вазифаһын башҡарыусы вазифаһын биләй. Уның профессиональ юлы Мәскәү өлкәһе Һәм Башҡортостан прокуратураһының суд системаһында һәм органдарында эшләүҙе үҙ эсенә ала.

Автор:
Читайте нас