+13 °С
Облачно
Интернаттар һәм башҡа социаль учреждениелар яһалма зиһен ҡулланып эшләгән интеллектуаль күҙәтеү камералары менән йыһазландырылырға тейеш. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо өлкәгә етәкселек иткән вице-премьер Руслан Хәбибовҡа ошондай йөкләмә бирҙе.
- Һуңынан беҙ уларҙы мәктәптәрҙә урынлаштырыуға күсәсәкбеҙ һәм шулай дауам итәсәкбеҙ. Был ҙур экономия һәм бөтә территорияларҙы һәм биналарҙы һөҙөмтәле файҙаланыу, — тип билдәләне республика етәксеһе ЦУР-ҙа хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.
Сығанаҡ: ИА "Башинформ".