Рух
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Март , 10:23

Мәктәптән үк эшҡыуарлыҡҡа: Өфөлә мәғариф проектына йомғаҡ яһалды

Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында «Эшҡыуарлыҡҡа мәктәп эскәмйәһенән» юбилей республика мәғариф проектына йомғаҡ яһалды. Быйыл проектта ҡатнашыусыларҙың 75-е финалға сыҡты һәм Өфө, Бөрө һәм Әлшәй районы мәктәптәренән 12 өлкән класс уҡыусыһы еңеүсе булды.

Мәктәптән үк эшҡыуарлыҡҡа: Өфөлә мәғариф проектына йомғаҡ яһалды
Мәктәптән үк эшҡыуарлыҡҡа: Өфөлә мәғариф проектына йомғаҡ яһалды

Инициатива «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү Буйынса агентлығы һәм «Минең бизнесым» үҙәге ярҙамында тормошҡа ашырылды.

- Был иҫ киткес программа ун йыл рәттән уҡыусыларға үҙҙәренең бизнес-потенциалын асырға ярҙам итә. Алла Кузьминаға һәм уның командаһына йәш таланттарға ярҙам итеүгә индергән өлөшө өсөн ҙур рәхмәт белдерәм! Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайым һәм һәр кемгә киләсәктә ҙур уңыштар теләйем! - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

«Эшҡыуарлыҡҡа мәктәп эскәмйәһенән» проекты авторы, республиканың Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы рәйесе Алла Кузьмина күп призерҙарҙың үҙ хеҙмәттәрен һәм продукцияһын һатыуҙа тәүге тәжрибәһе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Жюри баһаһы йомғаҡтары буйынса беренсе урынды өс проект бүлеште: Өфөнән Даниил Овчаров - компьютер грамоталылығын өйрәтеү, Әлшәй районынан Полина Рамазанова һәм Аксинья Саушкина - «Тойғолар формулаһы» проекты менән, Бөрөнән «Эталон» маникюр студияһы вәкиле Дарья Макова.

Проектҡа йомғаҡ яһау республикала йәштәр эшҡыуарлығы перспективаһының сағыу дәлиле һәм дәүләт кимәлендә башланғыстарға ярҙам күрһәтеү булды.

Белешмә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса илдә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Хәҙер «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 кампус проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.

Өфөләге юғары уҡыу йорттары ара кампусы - был 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар киңлеге.

Фото һәм сығанаҡ: campusufa.ru

Автор:
Читайте нас