Рәсәйҙең Спорт министрлығы тарафынан Өфө фән һәм технологиялар университеты командаһы компьютер спорты йыйылма командаһының төп составына индерелгән. Ә университет тренеры Роман Кәшифуллин илдең төп команда составының әйҙәүсе тренеры итеп тәғәйенләнгән.
- Өфө университетының сираттағы еңеүе Өфө университетын Рәсәйҙәге иң киберспортлы тигән исем алыу хоҡуғын бирә, - тип белдерҙе республиканың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.
Сығанаҡ, фото: https://pravitelstvorb.ru