Рух
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март , 13:49

Өфө «Фәнни-популяр туризм ҡалаһы» номинацияһында еңеү яулагы

2026 йылдың 26–28 февралендә Рязань өлкәһенең Касимов ҡалаһында III «Туристик ҡалалар» Бөтә Рәсәй премияһы финалында Өфө юғары уңышҡа иреште.

Өфө «Фәнни-популяр туризм ҡалаһы» номинацияһында еңеү яулагы
Өфө «Фәнни-популяр туризм ҡалаһы» номинацияһында еңеү яулагы

Конкурс һайлауында Рәсәйҙең 70 төбәгенән 387 проект ҡатнашты. Йомғаҡлау этабына 102 муниципаль берәмектән 195 башланғыс үтте.

Финал һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан ”Туризм сувенир продукцияһы”  категорияһында гран–при яуланы, шулай уҡ бер миллиондан ашыу халҡы булған ҡалалар араһында “Креатив туризм ҡалаһы” , “MICE – туризм ҡалаһы” номинацияларында беренсе урынға лайыҡ булды.

Бынан тыш Өфө “Фәнни–популяр туризм ҡалаһы” номинацияһында ла еңеүгә өлгәште. Был да фәнни эшмәкәрлекте танытыу буйынса төбәктә алып барылған һөҙөмтәле эш тураһында һөйләй.

- Өфө һуңғы йылдарҙа туристарҙы, ижади кешеләрҙе, инновацияларҙы  тартып тороусы үҙәккә әүерелде. Ваҡиғалы туризмдың уникаль экосистемаһын булдырҙыҡ. Ул йылына 300-ҙән ашыу сағыу сараларҙы берләштерә. “СберАналитика”  мәғлүмәттәренә ярашлы, 2025 йылда Өфөгә туризм ағымы 4 миллион кешегә еткән. Был 2022 йыл күрһәткестәренән дүрт тапҡырға тиерлек күберәк. Беҙ өлгәшелгәндә туҡталып ҡалмайбыҙ. Ҙур юлдың был башы ғына. Әленән беҙ яңы проекттар әҙерләйбеҙ. Алдағы йылдарҙа Өфөнөң донъялағы иң танылған ҡалаларҙың береһенә әүерелеренә ышанам, – тине Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев.

- Фәнни-популяр турҙар – нигеҙле белем һәм тирә-яҡ мөхит араһында тере күпер. Беҙ фәнде күрһәтеп кенә ҡалмайбыҙ, һәр ҡатнашыусыға лаборатория ҡорамалдарын ҡулланып, бер аҙға үҙен тикшереүсе итеп тойорға булышлыҡ итәбеҙ. Өфөнөң “Фәнни -популяр туризм ҡалаһы” номинацияһында еңеүе был йүнәлештә республикала алып барылған системалы эш тураһында һөйләй, – тине Башҡортостандың фәнни-белем биреү үҙәгенең идара итеү компанияһы директоры Наталия Латыпова.

 

Белешмә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса илдә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Хәҙер «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 кампус проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.

Өфөләге юғары уҡыу йорттары ара кампусы - был 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар киңлеге.


#молодежьидети
#нацпроектмолодежьидети
#НацпроектНАУКА и #ДесятилетиеНауки

Автор:
Читайте нас