Ирле-ҡатынлы һатып алыу өсөн автомобиль эҙләй. Мессенджерҙарҙың береһендә улар сит илдән автомобиль ташыу менән шөғөлләнгән компанияның каналын таба. Улар был каналдағы башҡаларҙың фекерҙәре менән таныша һәм бәйләнештә күрһәтелгән телефонға шылтыратырға ҡарар итә.
Зыян күреүселәр 1,1 миллион һумлыҡ автомобиль һайлай, таможня хеҙмәттәренә түләү өсөн 400 мең һум самаһы аҡса ла талап ителә. Ваҡыт үтеү менән уларға ҡайһы бер шарттар үҙгәргәнен һәм тағы ла 500 мең һум күсерергә кәрәклеген хәбәр итәләр.
Операцияны үткәреү өсөн улар өҫтәмә килешеү төҙөй һәм уны рәсми электрон почтаға ебәрә. Хатҡа яуап итеп, ғаилә компаниянан сайтҡа һөжүм ителеүе һәм уның ғәмәлдә булмауы, ә һатып алыусылар мутлашыусылар тоҙағына эләкте, тигән яуабын ала. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Сығанаҡ: Горобзор