Яңы тематик маршрут ҡала һәм республика халҡының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ҡаһарманлығына арналған. Экскурсияла Өфөнөң дөйөм Еңеүгә индергән өлөшө хаҡында: фронтовик-геройҙар, тыл эшсәндәре, хәрби формированиелар һәм һуғышта дан ҡаҙанған шәхестәрҙең яҙмышы тураһында бәйән ителә.
- “Геройҙарса Өфө” экскурсияһы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда республикабыҙ һәм баш ҡала халҡының тормошонда булған ваҡиғалар менән төплөрәк танышыу мөмкинлеге бирә. Ошондай проекттар ярҙамында тарихи хәтер һаҡлана һәм йәш быуын, бер үк ваҡытта үҙ ҡалаһының биләмәһен өйрәнеп, үткәндәр тураһында дөрөҫ мәғлүмәт ала, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров.
Экскурсия Өфөнөң төньяҡ өлөшөнә арналған. Төп маршрут Еңеү паркы биләмәһе – ҡаланың төп мемориаль киңлектәренең береһе буйлап үтә.
Яңы маршрут менән таныштырыу сараһы Ватанды һаҡлаусылар көнөндә старт алды. Экскурсияла ҡатнашыусылар республиканың фронтты нисек тәьмин итеүе һәм төбәктең героик йылъяҙмаһына ниндәй исемдәрҙең яҙылыуы хаҡында белде.
“Геройҙарса Өфө” экскурсияһы Өфө дәүләт нефть техник университетының Йәштәр туризмы үҙәге әҙерләгән «Өфө – хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» маршрутының дауамы булды. Проект Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланды һәм тәүге тапҡыр 2025 йылдың майында «Ватанды һаҡлаусылар» фонды менән берлектә тормошҡа ашырылды.
Белешмә
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса илдә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 кампус проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етәсәк.
Өфө вуз-ара кампусы – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу фәнни комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, скверҙар һәм башҡа төрлө уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар киңлеге.
Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru