Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев яңы китаптар менән таныштырҙы. Сергей Зюсь баҫмаларҙың сифатын һәм дизайнын юғары баһаланы.
2026 йылда рус телендә Ҡамса Мортазин әҙерләгән «Силәбе башҡорттарының рухи донъяһы» китабы донъя күрәсәк. Антологияла Силәбе өлкәһе башҡорттарының рухи мәҙәниәте буйынса тарихи-биографик һәм әҙәби-тыуған яҡты өйрәнеү материалдары тәҡдим ителәсәк, унда халыҡ ижады өлгөләре һәм әҙәби әҫәрҙәр индерелгән.
Осрашыу барышында «Китап» нәшриәте директоры Эльмира Хәйретдинова һөйләүенсә, «Китап»ты Арғаяш ауылында һәм Силәбенең өс нөктәһендә һатып алырға мөмкин. Бынан тыш, маркетплейс мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Башҡортостан халҡынан һуң «Китап» нәшриәте продукцияһына Силәбе өлкәһе халҡы йыш ҡына онлайн заказ бирә.
Шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһы «Нәшриәт йорто» йәмғиәтенең генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина менән Сергей Зюсь республиканың баҫма баҫмалары ассортименты менән танышты. Сергей Валерьевич төбәктәрендә 38 муниципаль гәзит сығарылғанлығын һөйләне.
Фото пресс-службы Агентства печати РБ