Рух
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль , 09:39

Башҡортостанда ҡояш интерференцияһы

2026 йылдың 18 февраленән 12 мартҡа тиклем Башҡортостанда сигнал юғалыуы миҙгелдең физик күренеше – интерференция менән бәйле. Такое положение дел длится несколько недель. Был күренештең асылы шунда: Ҡояш, элемтә спутнигы һәм ер өҫтө ретрансляторының ҡабул итеү антеннаһы бер һыҙыҡҡа теҙелә. Был радиоприборҙарға ҡамасаулай.

Башҡортостанда ҡояш интерференцияһы
Башҡортостанда ҡояш интерференцияһы

Ҡояш-ҡеүәтле радиосигнал сығанағы. Элемтә спутнигының артында ҡалып, ул ерҙәге радиотапшырыуҙарҙың теле - һәм радиосигналын кәметә. Ҡояштың теле- һәм радиосигналға тәьҫирен тулыһынса бөтөрөү мөмкин түгел. Көнөнә бер тапҡыр йондоҙҙоң көслө радио нурланышы билдәле бер сәғәттә сигнал үтеүенә ҡамасаулай башлай.

Башҡортостан Республикаһының күпселек тамашасылары өсөн интерференция һиҙҙермәйенсә үтәсәк. Әммә иҫке техникаһы булған йәки ышанысһыҙ ҡабул итеү зонаһында йәшәгән кешеләр экрандарҙағы һүрәттең ҡыҫҡа ваҡытлы насарайыуын күрә ала. Белгестәр борсолмаҫҡа кәңәш итә: ҡамасаулауҙар ваҡытлыса характерҙа була. Ҡояш интерференцияһының иң юғары нөктәһендә биш минутҡа тиклем дауам иткән теле - һәм радиосигналдың тулыһынса юғалыуы ихтимал. Был мәлдәрҙә инженерҙар, тапшырыуҙы һаҡлап ҡалыу өсөн, ҡорамалдарҙы резерв каналдарға күсерә.

Интерференция длится: весенняя (конец февраля — начало марта), осенняя (конец сентября — середина октября). Предупреждения о периоде интерференции и других плановых временных отключениях трансляции, согласованных с вещателями, опубликованы на сайте филиала РТРС «РТПЦ Республики Башкортостан» в разделе «Кратковременные отключения.

График интерференции в Республике Башкортостан опубликован на сайте ртрс.рф (раздел «Временные отключения телерадиоканалов») и в Кабинете телезрителя (вкладка «Работа объектов вещания»), в мобильном приложении Телефон горячей линии РТРС по вопросам цифрового эфирного телевидения: 8-800-220-20-02, звонок из любой точки России бесплатный.

Интерференция ошолай дауам итә: яҙғы (февраль аҙағы - март башы), көҙгө (сентябрь аҙағы - октябрь уртаһы). Интерференция осоро һәм тапшырыуҙар менән килешелгән трансляцияның башҡа планлы ваҡытлыса һүндерелеүе тураһында иҫкәртеүҙәр «Башҡортостан Республикаһы РТПЦ» филиалы сайтында «Ҡыҫҡа ваҡытлы һүндереүҙәр» бүлегендә баҫылған.

Башҡортостан Республикаһында интерференция графигы ртрс.рф сайтында («Телерадиоканалдарҙың ваҡытлыса һүндерелеүе» бүлеге) һәм телетамашасы кабинетында («Тапшырыу объекттарының эше» ҡушымтаһы).

Мобиль ҡушымтала баҫылған цифрлы эфир телевидениеһы мәсьәләләре буйынса ртрс-тың ҡыҙыу линияһы телефоны: 8-800-220-20-02, Рәсәйҙең теләһә ҡайһы нөктәһенән шылтыратыу бушлай.

Автор:
Читайте нас