Рух
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Февраль , 18:05

Р.Хәбиров Рәсәй Гвардияһының республика идаралығының яңы начальнигын тәҡдим итте

Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика башлығы Рәсәй Гвардияһының Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы Александр Голуб менән таныштырҙы. Был хаҡта "Башинформ" хәбәр итә.

Р.Хәбиров Рәсәй Гвардияһының республика идаралығының яңы начальнигын тәҡдим итте
Р.Хәбиров Рәсәй Гвардияһының республика идаралығының яңы начальнигын тәҡдим итте

— Александр Станиславовичты беләбеҙ, ул республиканан сыҡҡан, быға тиклем Мари Элдә Росгвардия идаралығын етәкләгән. Беҙгә аңлайышлы кеше, уның бурыстарын үтәүгә тотоноуы бик шәп, — тине Радий Хәбиров.

Александр Голуб 1970 йылдың 5 ноябрендә Өфөлә тыуған. Өфө авиация институтында белем ала. 1992 йылдың сентябренән Башҡортостан Эске эштәр министрлығының төрлө подразделениеларында хеҙмәт итә башлай. 2016 йылдың октябрендә Росгвардияға хеҙмәт итергә күсә. 2023 йылдың декабренән Рәсәй Гвардияһының Мари Эл республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын биләй.

Автор:
Читайте нас