Был рәсми каналдар тикшерелгән мәғлүмәттең ышаныслы сығанағы булып тора: бында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә көнүҙәк яңылыҡтар, планлы эштәр тураһында оператив белдереүҙәр, коммуналь хеҙмәттәрҙең һүндерелеүе тураһында мәғлүмәттәр, мөһим иғландар һәм халыҡтың йыш осраған һорауҙарына яуаптар баҫыла.
Ойошмаларҙың тулы исемлеге республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт Комитетының рәсми сайтында урынлаштырылған. Уның менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин https://zhilstroynadzor.bashkortostan.ru/activity/56117/. Яңы каналдар барлыҡҡа килгән һайын исемлек даими яңыртыласаҡ.
Башҡортостан Республикаһының торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты төбәктең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы булышлығында МАХ мессенджерында йорт чаттарын индереү буйынса күләмле проектты тормошҡа ашыра. Был башланғыс федераль кимәлдә закондар менән нығытылған да инде. Республика халыҡҡа уңайлы форматта күҙәтеү мөмкинлеге биреү өсөн МАХ платформаһында тәүгеләрҙән булып эшләй башланы.
Каналға яҙылыу өсөн МАХ платформаһын асыу, ҡыҙыҡһындырған ойошманың исемен йәки каналға һылтанманы эҙләү, һуңынан «Подписаться» төймәһенә баҫыу етә.