Рух
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Февраль , 09:18

Урал Килсенбаев үҫмерҙәрҙең ата-әсәләренә һәм класс етәкселәренә мөрәжәғәт итте

Башҡортостан республикаһы хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев үҫмерҙәрҙең ата-әсәләренә һәм уҡытыусыларға мөрәжәғәт итте. Ул Андрей Медведевтың «Хыянат»документаль фильмын бергәләп ҡарарға саҡыра.

- Ҡайһы берҙә иң ҡурҡыныс нәмәләр алыҫта түгел, ә беҙ үҙебеҙҙе хәүефһеҙ тойған, өйрәнгән урындарҙа була. Бөгөн ата-әсәләргә мөрәжәғәт итәм. Бигерәк тә 12-16 йәшлек балалары булғандарға. Зинһар, ваҡыт табығыҙ. Балаларығыҙ менән бергә Медведевтың «Хыянат» фильмын ҡарағыҙ. Фон менән түгел. «Һуңынан» түгел. Бергә. Аңлы рәүештә. Фильмдан һуң мотлаҡ һөйләшегеҙ. Нимә тойғандарын һорағыҙ. Уларҙы нимә ҡурҡыта? Нимә ысынбарлыҡҡа тап килмәй кеүек тойолдо. Ҡайҙа хәҡиҡәт, ә ҡайҙа «минең менән бындай хәл булмаясаҡ» тип тойолған мәлдәрҙе аңлатығыҙ. Беҙ йыш ҡына һуңыраҡ аңлатырға өлгөрөрбөҙ, тип уйлайбыҙ. Беҙҙең балабыҙ «аҡыллы», «һаҡсыл», «уның менән барыһы ла яҡшы буласаҡ». Әммә ҡайһы берҙә «һуңынан» тип кисектерелгән һөйләшеүҙә ҡалған аңлатыу эше бик ҡиммәткә төшөүе бар. Үкенергә һәм «терһәкте тешләргә» генә ҡалған мәлгә еткермәгеҙ, — тип яҙҙы Урал Таһир улы үҙенең социаль селтәрендә.

Шулай уҡ ул айырым класс етәкселәренә, бигерәк тә 6-10 кластыҡыларға, мөрәжәғәт итә, класс менән фильм ҡарарға кәңәш итә.

 

Фильмды ошо һылтанма буйыеса ҡарарға була: smotrim.ru/video/3074413

Автор:
Читайте нас