Рух
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Февраль , 16:01

Өфө кампусының вуз-резиденты йәш педагогтарға грант конкурсы иғлан итте

Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы резиденты, Өфө фән һәм технологиялар университеты йәш уҡытыусыларға Ғилми совет гранттары конкурсын башлап ебәрҙе. Конкурс университеттың «Приоритет 2030» стратегик үҫеш программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә һәм Өфө фән һәм технологиялар унивекрситетының баланслы кадрҙар сәйәсәтен тәьмин итеү өсөн йәш уҡытыусыларға ярҙам итеүгә һәм матди дәртләндереүгә йүнәлтелгән.

Өфө кампусының вуз-резиденты йәш педагогтарға грант конкурсы иғлан итте
Өфө кампусының вуз-резиденты йәш педагогтарға грант конкурсы иғлан итте

Грант күләме 120 мең һум тәшкил итә. Финанслауҙы өс йүнәлештең береһе буйынса тәҡдим ителгән 30 перспективалы проект аласаҡ: тәбиғи-фәнни, техник, гуманитар.

– Бөтә кимәлдәге грант ярҙамы-ул республикабыҙҙың йәш ғалимдарына һәм уҡытыусыларына ярҙам итеүҙең мөһим сараһы. Яңы тикшеренеүселәргә бындай ярҙам кадрҙар составын йәлеп итеүгә һәм йәшәртеүгә булышлыҡ итә, эшләнмәләрҙе коммерциялаштырыуҙы әүҙемләштерә, ғилми карьера планлаштырыусы студенттарҙың өлөшөн арттыра, - тип иҫәпләй Башҡортостандың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.

Грант алыуға тулы стажға эшләгән һәм педагогик эшмәкәрлекте әүҙем ғилми эш менән ижади берләштергән 39 йәшкә тиклемге УУНиТ-тың штаттағы уҡытыусылары дәғүә итә ала. Бынан тыш, йәш уҡытыусының 2025 йылдың 1 ғинуарынан башлап «аҡ исемлеккә» ингән ғилми журналда кәм тигәндә өс мәҡәләһе булырға тейеш.

Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар 2026 йылдың өҫ февраленә тиклем ҡабул ителә.

Белешмә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса илдә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Хәҙер «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 кампус проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.

Өфөләге юғары уҡыу йорттары ара кампусы - был 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар киңлеге.

Фото һәм сығанаҡ: campusufa.ru 

Автор:
Читайте нас