+13 °С
Облачно


Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы күренекле хеҙмәт ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн «Башнефтегеофизика» акционерҙар йәмғиәте дирекцияһы директоры Андрей Жужеля II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән билдәләнде.
ӨДНТУ кафедраһы профессоры Рәмил Бәхтизин юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүгә индергән өлөшө, күп йыллыҡ ғилми-педагогик эшмәкәрлеге һәм үҙ эшенә тоғролоғо өсөн «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре» исемен алды.