Рух
-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль , 11:18

«БАШҠОРТОСТАНДАН ҺӨЙӨҮ МЕНӘН» КҮЛӘМЛЕ АКЦИЯҺЫНЫҢ ИКЕНСЕ ЭТАБЫ БАШЛАНА

Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте «Башҡортостандан һөйөү менән» республика акцияһының икенсе этабы башланыуы тураһында иғлан итә.

«БАШҠОРТОСТАНДАН ҺӨЙӨҮ МЕНӘН»  КҮЛӘМЛЕ АКЦИЯҺЫНЫҢ ИКЕНСЕ ЭТАБЫ БАШЛАНА
«БАШҠОРТОСТАНДАН ҺӨЙӨҮ МЕНӘН» КҮЛӘМЛЕ АКЦИЯҺЫНЫҢ ИКЕНСЕ ЭТАБЫ БАШЛАНА
  • 2026 йылдың 18 февраленән 28 февраленә тиклем Мәскәү университеттарында уҡыған студенттар һәм аспиранттар туғандарынан һәм яҡындарынан посылкалар ала ала. Быйыл акция 200 посылка һәм 6 тонна йөк илтеп биреүҙе күҙ уңында тота. Ҡатнашыусыларҙың уңайлылығы өсөн ике логистик маршрут тормошҡа ашырыласаҡ.

Беренсе маршрут (18-19 февраль) Учалы, Белорет, Асҡар, Сермән, Инйәр, Өфө, Кушнаренко, Саҡмағош, Дүртөйлө, Нефтекама, Ағиҙел ҡалаларын һәм һуңғы нөктә – Мәскәүҙе - үҙ эсенә ала. Икенсе маршрут (25-26 февраль) Сибай, Баймаҡ, Юлдыбай, Йылайыр, Иҫәнғол, Мораҡ, Күмертау, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Талбазы, Шишмә, Языково, Бүздәк, Туймазы ҡалаларын үҙ эсенә ала һәм шулай уҡ Мәскәүҙә юлын тамамлай.

Акцияның төп маҡсаты — студенттар берләшмәһенә адреслы ярҙам күрһәтеү һәм тыуған яҡ менән мәҙәни-ғаилә бәйләнештәрен һаҡлау. Икенсе этапта проекттың географияһы киңәйтелә: ике логистик маршрут файҙаланыла һәм Мәскәүҙә алты посылка биреү нөктәһе асыла. Акцияла ҡатнашыу өсөн түбәндәге һылтанма буйынса мотлаҡ теркәлеү үтергә кәрәк [clck.ru/3Rh8Vn] һәм проект өсөн булдырылған махсус каналға өҫтәүҙәрен көтөргә.

Беҙ Мәскәүҙә уҡыған Башҡортостан Республикаһының барлыҡ студенттарын Һәм аспиранттарын ошо уникаль мөмкинлектән файҙаланырға һәм тыуған яҡтың ярҙамын тойорға саҡырабыҙ!

«БАШҠОРТОСТАНДАН ҺӨЙӨҮ МЕНӘН»  КҮЛӘМЛЕ АКЦИЯҺЫНЫҢ ИКЕНСЕ ЭТАБЫ БАШЛАНА
«БАШҠОРТОСТАНДАН ҺӨЙӨҮ МЕНӘН»  КҮЛӘМЛЕ АКЦИЯҺЫНЫҢ ИКЕНСЕ ЭТАБЫ БАШЛАНА
«БАШҠОРТОСТАНДАН ҺӨЙӨҮ МЕНӘН» КҮЛӘМЛЕ АКЦИЯҺЫНЫҢ ИКЕНСЕ ЭТАБЫ БАШЛАНА
Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас