Новости
10 Февраля , 08:05

Башҡортостанда иң яҡшы йәш профессионалдарҙы билдәләйәсәктәр

Республикала «Профессионалдар»Бөтә Рәсәй чемпионатының төбәк этабы үтә. Ярыштар «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә ойошторолдо.

Башҡортостанда иң яҡшы йәш профессионалдарҙы билдәләйәсәктәрБашҡортостанда иң яҡшы йәш профессионалдарҙы билдәләйәсәктәр
Башҡортостанда иң яҡшы йәш профессионалдарҙы билдәләйәсәктәр

Быйыл 750-гә яҡын колледж һәм техникум студенттары һәм 210 уҡыусы үҙ эшендә иң яҡшылар исеме өсөн көрәшә. Һынауҙар төп категория өсөн 152 профессиональ компетенция буйынса һәм юниорҙар өсөн 42 — шәр профессиональ компетенция буйынса үткәрелә.

Чемпионатты координациялау менән Башҡортостандың Алдынғы һөнәри әҙерлек үҙәге шөғөлләнә. Бөтә төбәк буйынса 59 белем биреү ойошмаһы ярыштар өсөн майҙансыҡ булды. Иң күп компетенцияларҙы Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Туймазы һәм Бөрө учреждениелары ҡабул итә.

Ҡатнашыусыларҙың эшен эксперттар-уҡытыусылар баһалай, уларҙың практик күнекмәләрен һәм реаль хеҙмәт бурыстарына әҙерлеген тикшерә. Ярыштар 13 февралгә тиклем дауам итәсәк, ә 24 февралдә «Торатау» конгресс-холында бүләкләү тантанаһы үтәсәк, унда еңеүселәрҙең исемдәре иғлан ителәсәк.

Автор:
Читайте нас