Фестивалдә Өфөнөң дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусылары ҡатнашты. Балалар 30 ғинуарҙа һәм 2 февралдә Владимир Комаров исемендәге Өфө ҡала Балалар ижады һарайы майҙансығында сығыш яһаны.
Түбәндәге йүнәлештәр тәҡдим ителә: «Вокал», «Инструменталь», «Бейеү», «Театр», «Оригиналь жанр», «Медиа», «Мода», «Беренселәрҙең кесе Ватаны», «КВН. Балалар».
Жюри составына артистар һәм педагогтар, студент йәштәре вәкилдәре, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, атҡаҙанған мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре инде. Һөҙөмтәләр һуңғараҡ иғлан ителәсәк. Призерҙар һәм еңеүселәр проекттың төбәк этабында ҡатнашасаҡ.