Рух
+13 °С
Облачно
Новости
30 Января , 06:27

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышына мөрәжәғәт итте

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға булышлыҡ итеү 2026 йылға төп бурыс булып ҡала. Республика Башлығы Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәһендә бының барыбыҙ өсөн дә иң мөһим бурыс булып ҡалыуын билдәләне.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышына мөрәжәғәт иттеБашҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышына мөрәжәғәт итте
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышына мөрәжәғәт итте

Ул ағымдағы шарттарҙа берҙәмлектең һәм тәүәккәллектең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бының урынына, ҡайһы берәүҙәр, күҙәтеүсе генә булып, һуғыш буйынса фекер алышыуҙарҙан ҡаса. Махсус хәрби операция башланғас, илдән киткәндәр ҙә бар, әммә тиҙ кире әйләнеп ҡайтҡан, сөнки хыянатсыларға һәр йәмғиәттә тиҫкәре мөнәсәбәт.

Радий Фәрит улы, ярымүлсәмдәр менән эш итеп булмауын белдерҙе һәм компромисһыҙ похицияла булырға саҡырҙы. Ул дөрөҫлөк менән йәшәргә саҡырҙы. Республика Башлығы бындай ҡараштың 2022 йылдың февралендә билдәләнеүен һәм үҙгәрешһеҙ ҡалыуын хәтергә төшөрҙө.

Р.Хәбиров, бөтә ауырлыҡ һәм яуаплылыҡ Рәсәй президенты Владимир Путин иңенә генә ятмаҫҡа тейеш, тип билдәләне. Ул барыһын да - муниципалитет башлыҡтарынан алып депутаттарға тиклем - дәүләт башлығына ярҙамбулыуын һәм берҙәмлеккә саҡырҙы. Хәбиров еңеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә саҡырҙы.

Президентҡа ярҙам итеү һәм махсус хәрби операция бурыстарын үтәү өҫтөнлөклө булып ҡала. МХО - ул Көнбайыштың агрессияһына яуап итеп башланған мәжбүри сара, һәм уның бурыстары хәл ителергә тейеш. Хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатыу өсөн эшләнгән эштәр операцияның стратегик маҡсаттарына ҡаршы килмәй.
"Махсус хәрби операцияның бурыстары стратегик характерҙа һәм тиҫтә йылдарға илдең киләсәген билдәләй. Һөйләшеп килешеүҙәр талап ителһә лә, улар үтәлергә тейеш», - тип билдәлне Хәбиров.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас