Рух
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар , 11:24

Өфө кампусы «Урал төҙөлөш индустрияһы» күргәҙмә-форумында ҡатнашасаҡ

2026 йылдың 25-27 февралендә Өфөлә «ӨФӨ ЭКСПО» күргәҙмә комплексы майҙансығында «УРАЛ ТӨҘӨЛӨШ ИНДУСТРИЯҺЫ»халыҡ-ара күргәҙмә-форумы үтәсәк. Федераль һәм төбәк министрлыҡтары ярҙамында Евразия фәнни-белем биреү үҙәге - юғары уҡыу йорттары-ара студенттар кампусы ойошторған форум эшлекле программаның төп ваҡиғаларының береһе буласаҡ.

Өфө кампусы «Урал төҙөлөш индустрияһы» күргәҙмә-форумында ҡатнашасаҡ
Өфө кампусы «Урал төҙөлөш индустрияһы» күргәҙмә-форумында ҡатнашасаҡ

Фекер алышыу үҙәгендә — кампустарҙы булдырыу стратегияһы, ҡала мөхитенә интеграциялау, архитектура ҡарарҙары, идара итеү, финанслау һәм белем биреү функциялары.

Диалогта тармаҡтың төп эксперттары ҡатнаша, улар араһында РФ Фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Андрей Омельчук, Н. Э.Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты ректоры Михаил Гордин, Рәсәйҙең Төҙөлөш Һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре.

Сара юғары уҡыу йорттары етәкселәренә, проектлаусыларға, девелоперҙарға һәм инвесторҙарға иҫәпләнгән. Ҡатнашыусылар өсөн республиканың алдынғы төҙөлөш һәм фәнни объекттарына технологик турҙар, шул иҫәптән Юғары уҡыу йорттары-ара кампусҡа барыу ҡаралған.

Күргәҙмә сиктәрендә студенттар һәм йәш ғалимдар өсөн күләмле программа ойошторола: тармаҡ лидерҙары менән асыҡ диалогтар, проекттарҙы яҡлау, оҫталыҡ дәрестәре (мәҫәлән, «Арт-бетон») ҺӘМ Өфө дәүләт нефть техник университетының Архитектура-төҙөлөш институтынан әүҙемлек, шул иҫәптән 3D-баҫма һәм конкурстар.

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас