Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров һүҙҙәренсә, республиканан сыҡҡан, әммә башҡа ҡалаларҙа белем алған һәм республиканың юғары уҡыу йорттарында уҡыған студенттар ҡатнаша ала. Төп маҡсат-йәштәргә карьера һәм тыуған илендә үҙ-үҙен тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен күрһәтеү.
Фестиваль программаһы ике блокка бүленгән: эшлекле өлөш (26-29 ғинуар) - Евразия фәнни-белем биреү үҙәге студенттар кампусында төрлө өлкәләрҙең уңышлы вәкилдәре менән осрашыуҙар: сәнәғәт, бизнес, агросәнәғәт һәм байрам (30 ғинуар) «Көрәш һарайында» үтәсәк. Алдынғы предприятиеларҙың, йәштәр ойошмаларының презентациялары һәм, әлбиттә, сағыу мәҙәни программа планлаштырылған.
Төп сюрприз — популяр артистарҙың сығыштары. Сәхнәлә хедлайнерҙар: Baby Ti (Арыҫлан Тимеров), Dj Vita Samurai (Виталина Медведева) һәм Фогель (Роберт Черникин) сығыш яһай. Фестивалде «Mega Dance»дуэты алып бара.
Ҡатнашыу тулыһынса бушлай, тик һылтанма буйынса алдан теркәлеү үтергә кәрәк: https://clck.ru/3QPfw5
Был шундай йүнәлештәге икенсе фестиваль. Үткән йылда ул 1500 студентты йыйҙы, хәҙер ойоштороусылар күберәк ҡатнашыусыларҙы көтә.