Рух
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар , 14:07

Өфө вуз-ара кампусы резиденты Чанчжоу университеты менән берлектә институт асты

Өфө фән һәм технологиялар университеты Чанчжоу университеты менән  Рәсәй-Ҡытай берлектәге институтын (Joint Institute of Ufa University of Science and Technology and Changzhou University) булдырҙы. Ҡытай халыҡ республикаһы мәғариф министрлығынан ыңғай ҡарар 2026 йыл башында алынған.

Өфө вуз-ара кампусы резиденты Чанчжоу университеты менән берлектә институт асты
Өфө вуз-ара кампусы резиденты Чанчжоу университеты менән берлектә институт асты

Берлектәге институт милли стратегияларҙы тормошҡа ашырыу һәм Ҡытай менән Рәсәй араһында хеҙмәттәшлекте тәрәнәйтеү өсөн майҙансыҡ буласаҡ. Әҙерлек программаһы Цзянсу провинцияһы һәм Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү талаптарына тап киләсәк. Рәсәй һәм Ҡытай студенттары ике юғары уҡыу йортоноң алдынғы ғалимдарынан иң яҡшы, алдынғы белем ала аласаҡ.

- Ҡытай Башҡортостандың төп партнеры булып ҡала, шуға күрә беҙ стратегик партнерлыҡты, шул иҫәптән фәнни-мәғариф өлкәһендә лә, киңәйтергә тырышабыҙ. Төбәктең иң ҙур юғары уҡыу йорто Һәм Евразия фәнни белем биреү үҙәге- вуз-ара уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы резиденты булған Өфө дәүләт нефть техник университеты базаһында Рәсәй - Ҡытай берлектәге институтын асыу ике илде яҡынайтыуҙың принципиаль яңы этабын аңлата, ул үҙ - ара ышаныс, һөҙөмтәле кооперация һәм фәнни эҙләнеүҙең алдынғы йүнәлештәрендә хеҙмәттәшлеккә әҙерлек һөҙөмтәһе булды, - тип иҫәпләй Башҡортостандың фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.

 

Институттың төп бурысы -  Азия-Тын океан төбәгендә ике илдең иҡтисади проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле йәш белгестәр әҙерләү, Рәсәй һәм Ҡытай халыҡтарының мәҙәниәттәр диалогын һәм үҙ-ара аңлашыуын үҫтереү.

Өфө университеты ректоры Вадим Захаров һүҙҙәренсә, берлектәге институт булдырыу ике илдең уҡыу йорттары структураһын оптималләштереү һәм халыҡ-ара алмашыуҙарҙы киңәйтеү өсөн башланғыс нөктә буласаҡ.

- Беҙ «инженерлыҡты» һәм «интернационалләштереүҙе» берләштергән талантлы белгестәр әҙерләүҙең яңы моделенә инновацияларҙы әүҙем индерәсәкбеҙ. Ул уҡытыусылар һәм студенттар өсөн яңы мөмкинлектәр асасаҡ һәм халыҡ-ара интеграция өсөн ныҡлы нигеҙ бирәсәк, - тип билдәләне Вадим Захаров.

2026 йылдың сентябренән «Материалдарҙы өйрәнеү һәм технологиялар», «Химия технологияһында, нефтехимияла һәм биотехнологияла энергияны һәм ресурстарҙы һаҡлаусы процестар», «Технологик процестарҙы Һәм производстволарҙы автоматлаштырыу», «Мәғлүмәт системаларын математик тәьмин итеү һәм администрирование» йүнәлештәре буйынса дүрт икеләтә бакалавриат дипломын тормошҡа ашырыу планлаштырыла.

Икеләтә дипломдар программаһына тәүге ҡабул итеү Ҡытай абитуриенттары өсөн генә буласаҡ. 240 абитуриентты уҡырға ҡабул итеү планлаштырыла. Лекциялар Һәм дәрестәрҙе УУНиТ һәм Чанчжоу университеты уҡытыусылары бергәләп әҙерләнгән уҡыу пландарына ярашлы үткәрәсәк.

Белешмә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса илдә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Хәҙер «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 кампус проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.

Өфөләге юғары уҡыу йорттары ара кампусы - был 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар киңлеге.

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас