Рух
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар , 21:25

Башҡортостанда 2025 йылда 16 дәүләт хеҙмәте электрон төргә күсерелгән

2025 йыл йомғаҡтары буйынса федераль дәүләт хеҙмәттәре порталында 9 электрон хеҙмәт, төбәк порталында 7 хеҙмәт күрһәтелгән. Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон төргә күсереү «Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләтте цифрлы үҙгәртеү» милли проектының өҫтөнлөклө бурыстарының береһе.

Башҡортостанда 2025 йылда 16 дәүләт хеҙмәте электрон төргә күсерелгән
Башҡортостанда 2025 йылда 16 дәүләт хеҙмәте электрон төргә күсерелгән
- Популяр дәүләт хеҙмәттәрен электрон төргә күсереү - беҙҙең ведомствоның төп бурыстарының береһе. Беҙ төбәк порталында онлайн-сервистар үҫтереүҙе дауам итәбеҙ, былтыр ҡулланыусыларға уңайлы булһын өсөн 7 йүнәлеш буйынса файҙалы хеҙмәттәр йыйылған 12 тормош хәле урынлаштырылды, — тип хәбәр итте Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
 
Төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталында иң кәрәкле электрон хеҙмәттәр булып ер мөнәсәбәттәре һәм халыҡҡа социаль ярҙам өлкәһендәге сервистар тора.
 
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда Робот Макс Федераль дәүләт хеҙмәттәре порталында 11 төбәк электрон хеҙмәте һәм сервисы тураһында мәғлүмәт бирергә өйрәтелгәйне. Атап әйткәндә, ул «Газ ҡулланыусы ҡорамалдар һатып алыуға һәм ҡуйыуға субсидия алыу», «Муниципаль мөлкәтте ҡуртымға алыу килешеүҙәре буйынса үҙ-ара иҫәп-хисапты сағыштырыу акттары», «Бәләкәй архитектура формалары», Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталы сервисы - «Башҡортостандың инвестиция картаһы»на яраҡлаштырылған.
Автор:
Читайте нас