Рух
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар , 09:00

2025 йылда 70 000 Башҡортостан кешеһе
«Белем» йәмғиәте проектында ҡатнашҡан

Башҡортостанда мәғрифәтселек хәрәкәте әүҙем үҫешә. 2025 йылда республикала 70 меңгә яҡын кеше «Белем» Рәсәй йәмғиәте сараларында ҡатнашты.

2025 йылда 70 000 Башҡортостан кешеһе
«Белем» йәмғиәте проектында ҡатнашҡан
2025 йылда 70 000 Башҡортостан кешеһе
«Белем» йәмғиәте проектында ҡатнашҡан

Бер йылда төбәктә Башҡортостан хөкүмәте булышлығында 900-гә яҡын төрлө форматлы ваҡиға ойошторолдо: лекциялар, викториналар, кино күрһәтеүҙәр һәм интеллектуаль уйындар.

Республикала йәмғиәттең эксперт пулында 150-гә яҡын лекор иҫәпләнә. Улар иҫәбендә - махсус хәрби операция ветерандары, алдынғы юғары уҡыу йорттары ректорҙары, власть вәкилдәре, педагогтар һәм журналистар. Мәғрифәтселек эшендә әүҙем ҡатнашыусылар араһында - РФ Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рөстәм Нәбиев, «Ватанды һаҡлаусылар» фондының төбәк бүлексәһе етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина һәм мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса ғилми-производство үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин.

Башҡортостан уҡытыусылары-мәғрифәтселәре менән ғорурлана. Уҡытыусы Юлия Ломакина «Знание.Лектор» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булды. Табип Ринат Сәғҙиев «Знание.Премия» беренсе тантанаһында төбәктең иң яҡшы мәғрифәтсеһе тип танылды. Иң яҡшы проект тип Башҡортостан сода компанияһы үткәргән «Большая олимпиада Росхим по химии» билдәләнде.

Республикала «Белем» йәмғиәтенең бөтә федераль проекттары уңышлы тормошҡа ашырыла: «Знание.Лекторий», «Знание.Герои», «Знание.Премия» һәм «Знание.Лектор». Лекторҙар иҫтәлекле даталарға акцияларҙы әүҙем хуплай.

Төбәк дөйөм Рәсәй башланғыстарында юғары һөҙөмтәләр күрһәтте. 74 мәктәп Ата-әсәләр берләшмәләре башланғыстары конкурсында гранттар отто. Мәктәптәрҙең береһе белем проектында иң әүҙем ҡатнашыусылар иҫәбенә инә.

2025 йылдың төп ваҡиғаһы булып «Белем менән республика» мәғрифәтселек форумы тора, уның үҙәк майҙансығы булып яңы вуз-ара студенттар кампусында Геном үҙәге сығыш яһай. Форум саралары бөтә муниципалитеттарҙы солғап ала һәм 3000-дән ашыу ҡатнашыусыны йыя.

 

- Осрашыуҙарҙа барған йәнле диалог мәғрифәтселеккә йәмәғәтселектең ҙур ҡыҙыҡһыныуын күрһәтә. «Белем» йәмғиәтенең эшмәкәрлеге ошо ихтыяжды ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән. Төбәк властары һәм юғары уҡыу йорттары менән үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәһендә дөйөм белем биреү мөхите формалаша, унда республиканың алдынғы белгестәре үҙ аудиторияһы менән осраша, ә дөйөм Рәсәй башланғыстары урындағы шарттарҙа аныҡ ҡулланыла.

- Тап ошондай партнерлыҡ лекторҙарға – тәжрибәле эксперттарға һәм дәртләндерелгән энтузиастарға – сарала ҡатнашҡан һәр кешегә төп идеяларҙы һәм ҡиммәттәрҙе тапшырырға мөмкинлек бирә, – тип билдәләне «Белем» йәмғиәтенең Башҡортостан филиалы директоры Айһылыу Илембәтова.

 

Йәмғиәттең мәғрифәтселек майҙансыҡтары «Китап-байрам» китап йәрминкәһе, «Әйҙә уйнарға» фестивале һәм «Өфөлә ритейл көндәре» форумы кеүек ҙур төбәк ваҡиғаларының бер өлөшө булды.

Бынан тыш, республикала «Уҡыу программалары» проекты сиктәрендә Рәсәй президенты ҡушыуы буйынса 17 мәктәп әҙәби клубы ойошторолдо, унда балалар нәфис әҙәбиәт донъяһына юлығып, әҫәрҙәрҙе анализларға өйрәнә.

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас