Рух
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2025, 16:10
0

Йылы һәм бөхтә: Башҡортостан Красный Луч балалар баҡсаһында ремонтты тамамланы

Республика ярҙамы менән Луганск Халыҡ Республикаһында Красный Луч ҡалаһында мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында яңынпн тормош башлана.

Йылы һәм бөхтә: Башҡортостан Красный Луч балалар баҡсаһында ремонтты тамамланы
Йылы һәм бөхтә: Башҡортостан Красный Луч балалар баҡсаһында ремонтты тамамланы

Башҡортостан журналистары Луганск Халыҡ Республикаһында Красный Луч ҡалаһында 53-сө ясли баҡсаһында булды. Улар төҙөкләндереү эштәренә баһа бирҙе.

Эшләнгән эштәр күләме һоҡландыра: төҙөүселәр ҡыйыҡҡа капиталь ремонт эшләгән, барлыҡ тәҙрәләрҙе һәм ишектәрҙе алмаштырған, иҙәндәрҙе яңынан түшәгән һәм сантехника системаһын тулыһынса алмаштырған. Гигиена мәсьәләһенә айырым иғтибар бирелгән — санузел ғына түгел, һауыт-һаба йыуа торған бинала ла плитәләр түшәлгән. 

- Балалар баҡсаһы күркәмләнде, яҡтырып китте. Иҫке тәҙрәләр авария хәлендә ине, рамдарынан ысҡынырға торалар ине. Хәҙер барыһы ла яңы, ышаныслы. Баҡсабыҙ бөтөнләй икенсе төрлө булып ҡалды — күэелле лә, бөхтә лә, — тип шатлығы менән уртаҡлаша учреждение мөдире Яна Алейникова.

Оҙаҡ ваҡыт баҡсаның төп проблемаһы һыуыҡ була. Элек бина үҙенең күмер ҡаҙанлығы менән йылытыла, уның ҡеүәте етмәй. Балалар төркөмдәрҙә йылы кейемдә йөрөргә һәм ойоҡтар кейеп йоҡларға мәжбүр була. Төбәк-шеф ярҙамында иҫке ҡорамалдарҙы заманса газ ҡаҙанлығына алмаштырҙылар. Һөҙөмтә көтөлгәндән дә яҡшыраҡ булды. Хужалыҡ мөдире Наталья Крамар әйтеүенсә, хәҙер балалар төркөмдәрҙә шорты һәм футболка кейеп йөрөй.

- Элек, һыуыҡ, тип зарланалар ине, хәҙер хатта артыҡ эҫе, тип шаярталар. Балалар бәхетле, ата-әсәләр тыныс. Бала-сағалар ҙа күберәк йөрөй башланы — хәҙер беҙҙә 66 тәрбиәләнеүсе, беҙ яңыларын да көәбеҙ, — ти мөдир.

Балалар баҡсаһы хакимиәте Башҡортостанда йәшәүселәрҙең барыһына ла киләсәк быуын тураһында хәстәрлек күреүҙәре һәм балаларҙы үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙары өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе.

Йылы һәм бөхтә: Башҡортостан Красный Луч балалар баҡсаһында ремонтты тамамланы
Йылы һәм бөхтә: Башҡортостан Красный Луч балалар баҡсаһында ремонтты тамамланы
Йылы һәм бөхтә: Башҡортостан Красный Луч балалар баҡсаһында ремонтты тамамланы
Йылы һәм бөхтә: Башҡортостан Красный Луч балалар баҡсаһында ремонтты тамамланы
Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас