Кампуста Рәсәй мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Александр Бугаев ӨДНТУ, Өфө Фән һәм технологиялар университеты һәм БДМУ-ның заманса лабораторияларын юғары баһаланы. Һуңынан Аҡмулла университеты ректоры Салауат Сәғитов менән бергә юғары уҡыу йортона юлланды.
Сәфәр Башҡортостандың төҙөлөш отряды хәрәкәте тураһында фотокүргәҙмәне ҡарауҙан башланды. Шулай уҡ ҡунаҡты университеттың 2013 йылдан 575 ирекмәнде берләштергән һәм балалар өсөн социаль акциялар үткәргән Изгелек үҙәге эшмәкәрлеге менән таныштырҙылар.
Физика, математика, цифрлы һәм нанотехнологиялар институтында декан Азат Йосопов Александр Бугаевҡа наноэлектроника лабораторияһы һәм наносенсорика йәштәр лабораторияһы эшләнмәләрен күрһәтте. Ректор Салауат Сәғитов билдәләүенсә, юғары уҡыу йорто фәнгә айырым баҫым яһай: 2025 йылда Мәғариф министрлығының дәүләт заданиеһы буйынса проекттар күләме 53 миллион һум тәшкил иткән.
Физик культура Һәм кеше һаулығы институтында ҡунаҡтарға федераль программа буйынса йыһазландырылған кабинеттар күрһәтелде, унда студенттар робот-тренажерҙарҙа һәм заманса ҡорамалдарҙа беренсе ярҙам күнекмәләрен өйрәнә
Александр Бугаев Башҡорт дәүләт педагогия университетының йылдам үҫешеүен билдәләне һәм бының өсөн юғары уҡыу йортоноң ректорына һәм профессор-уҡытыусылар составына рәхмәт белдерҙе:
- Һәр ваҡыт килеп, яңы нәмә күрәһең. Әммә иң мөһиме – студенттарҙың, аспиранттарҙың күҙҙәре яна. Был уларға бында ҡыҙыҡлы булғандың иң яҡшы күрһәткесе.
Министр урынбаҫары патриотик тәрбиә биреүҙе мөһим йүнәлештәрҙең береһе тип атаны.