Рух
-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2025, 18:00

Ш. Бабич исемендәге премия лауреаттары билдәле булды

Конкурс комиссияһы ултырышында әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге еңеүселәрҙе 2023–2024 йылдарҙағы эштәрен йомғаҡлау буйынса асыҡланылар.

Ш. Бабич исемендәге премия лауреаттары билдәле булды
Ш. Бабич исемендәге премия лауреаттары билдәле булды

Кәңәшмә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев рәйеслегендә үтте.

Комиссия йәшерен тауыш биреү юлы менән еңеүселәр билдәләнде:

  1. Тайыпов Дамир Рәфис улы – “Юғары һөнәри ҡаҙаныштары һәм вокал сәнғәте өлкәһендә башҡорт музыкаһын пропагандалаған өсөн”;
  2. Мусина Заһиҙә Хакимйән ҡыҙы һәм Урманшина Рәзинә Ғилман ҡыҙы – Кемел Тоҡаевтың “Серле эҙ” китабына художестволы тәржемә һәм заман милли прозаһы үҫешенә индергән өлөш өсөн”;
  3. Аралбаев Хәбир Фәттәх улы – “Башҡорт халыҡ-сәхнә бейеүе өлкәһендә солист булараҡ хеҙмәте һәм башҡорт хореография сәнғәтен Башҡортостандың милли мираҫы булараҡ үҫтергәне өсөн”.

“Бөгөн Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаттары асыҡланды. Еңеүселәрҙе билдәләү еңел булманы. Номинанттарҙың һәр береһе талантлы, үҙенсәлекле, эштәре тәрән мәғәнәле. Беҙҙең йәштәрҙең әүҙем ижади позицияһы, хеҙмәтенә тоғролоғо илһамландыра, республикабыҙҙың бай мәҙәниәтен һаҡлауға, үҫтереүгә ҙур өлөш индерә”, – тине Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров.

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Башҡортостан Конституцияһы көнөнә арнап уҙғарыласаҡ.

Фото: "Башинформ".

Ш. Бабич исемендәге премия лауреаттары билдәле булды
Ш. Бабич исемендәге премия лауреаттары билдәле булды
Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас