Рух
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2025, 14:30

2026–2028 йылдарға Башҡортостандың яңы бюджеты ҡабул ителде

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары «2026 йылға һәм 2027 һәм 2028 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында» закон ҡабул итте.

2026–2028 йылдарға Башҡортостандың яңы бюджеты ҡабул ителде
2026–2028 йылдарға Башҡортостандың яңы бюджеты ҡабул ителде

Билдәләнеүенсә, документтың ноябрҙә беренсе уҡыуҙа хупланған тәүге версияһы аныҡланған финанс-иҡтисади күрһәткестәрҙе иҫәпкә алып эшкәртелгән. БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев хәбәр итеүенсә, 2026 йылға республика бюджеты килеменең дөйөм күләме 2,1 миллиард һумға арттырылған. Уның һүҙҙәренсә, төҙәтеү төрлө йүнәлештәге факторҙар һөҙөмтәһе булып тора: фаразланған дивиденд керемдәренең кәмеүе федераль бюджеттан бушлай трансферттарҙың артыуы һәм нефть продукттарына акциздарҙың көтөлгән күләменең юғарыраҡ булыуы менән ҡаплана.

Килем өлөшөн 2,1 миллиард һумға арттырыуға ярашлы сығымдарҙың дөйөм күләме лә киңәйтелде. Өҫтәмә аҡсаны, Константин Толкачев аныҡлауынса, тәү сиратта иҡтисадҡа ярҙам итеүгә һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереүгә йүнәлтеү планлаштырыла. Шул уҡ ваҡытта 2026 йылға бюджет дефициты 22,5 миллиард һум тәшкил итәсәк. Парламент етәксеһе, уның ҡаплау сығанаҡтары аныҡ билдәләнгән һәм төбәк финанстарының тотороҡлолоғо өсөн хәүеф ҡаралмай, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Үҙгәрештәр 2027 һәм 2028 йылдарҙың план осорона булған бюджет параметрҙарына ла ҡағылды. Дөйөм алғанда, Дәүләт Йыйылышы рәйесе баһаһы буйынса, документ реалистик һәм баланслы. Бюджет социаль йөкләмәләрҙе үтәү менән генә сикләнмәй, ә инвестиция өлөшөн көсәйтеү иҫәбенә артабанғы үҫеш өсөн нигеҙ булдыра, тип билдәләне ул.

В окончательной редакции закон «О бюджете Республики Башкортостан на 2026 год и на плановый период 2027 и 2028 годов» предусматривает следующие показатели.

2026 год:
Доходы – 316,2 млрд рублей;
Расходы – 338,7 млрд рублей;
Дефицит – 22,5 млрд рублей.

2027 год:
Доходы – 334,7 млрд рублей;
Расходы – 343,7 млрд рублей;
Дефицит – 9 млрд рублей.

2028 год:
Доходы – 353,9 млрд рублей;
Расходы – 353,9 млрд рублей;
Дефицит – 0 млрд рублей.

Автор:
Читайте нас