Рух
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2025, 17:40

Башкортостанда «Мои финансы» Бөтә Рәсәй эстафетаһының VII этабы старт алды

19 ноябрҙән Рәсәй территорияһында «Рациональ ҡулланыу» темаһына Финанс министрлығының «Минең финанстарым» мәғрифәтселек акцияһының етенсе этабы үтә. Ул 2026 йылдың 10 февраленә тиклем дауам итәсәк.

Башкортостанда «Мои финансы» Бөтә Рәсәй эстафетаһының VII этабы старт алды
Башкортостанда «Мои финансы» Бөтә Рәсәй эстафетаһының VII этабы старт алды

2025 йылдың 19 ноябренән 2026 йылдың 10 февраленә тиклем ресурстарҙы аңлы файҙаланыу принциптарына арналған «Рациональ ҡулланыу» эстафетаһының VII этабы тормошҡа ашырыла. Маҡсатлы аудитория – мәктәп уҡыусылары, студенттар, иҡтисади яҡтан әүҙем өлкәндәр, пенсионерҙар һәм пенсия алды хеҙмәткәрҙәре. Эстафетаның мәғрифәтселек саралары ҡатнашыусыларға рациональ ҡулланыуҙың экологик һәм социаль яуаплылығы, кәрәкмәгән һатып алыуҙарҙы кәметеү, бер тапҡыр ҡулланыла торған әйберҙәрҙән баш тартыу, кейемде секонд-хендҡа тапшырыу һәм сүп-сарҙы сорттарға айырыу аша планета ресурстарын һаҡлауға туранан-тура финанс файҙаһы һәм өлөш индереү тураһында мәғлүмәт биреүгә йүнәлтелгән.

Эстафетаны ойоштороусы - Рәсәй Финанс министрлығы, операторы – Рәсәй Финанс министрлығының ғилми-тикшеренеъ институты. Башҡортостан Республикаһында ойоштороусыһы һәм башҡарыусыһы – «БР Финүҙәге» төбәк финанс грамоталылыҡ үҙәге. Эстафетаның VII этабы сиктәрендә Рәсәй Финанс министрлығы традицион рәүештә моифинансы.рф порталында даими нигеҙҙә булған мәғлүмәт-методик материалдар комплексын эшләй. Был үҫмерҙәр һәм өлкәндәр өсөн «Рациональ ҡулланыу» темаһына лекциялар сценарийҙары, тематик иҫтәлектәр, чек-листар, буяуҙар, ребустар һәм башҡалар, шулай уҡ «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ» порталында һәр кем «Рациональ ҡулланыу» һорау алыуын үтә ала.

Онлайн форматта ҡыҙыҡлы лекциялар үтте: Фейковые друзья и реальные деньги: разоблачаем мошенников в социальных сетях и играх, Расходы домашних хозяйств на потребление в России

17 декабрҙә импульсив сығымдарҙы нисек контролдә тотоу тураһында лекция тыңларға мөмкин. 18 декабрҙә ғаилә бюджетының формалашыуы тураһында бөтәһен дә белергә мөмкин. Шулай уҡ һалым ташламаларын рациональ ҡулланыу варианты булараҡ ҡулланыу тураһында лекция планлаштырылған.

Автор:
Читайте нас