Өфөлә уҙғарылған ҡатын-ҡыҙҙарҡыҙҙар боксы буйынса XXVI Рәсәй чемпионаты көндәрендә Баймаҡ районынан йәш спортсылар Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастерҙары Юлия Немцова һәм Эдуард Әбйәлимов менән аралаша алды. Ҡунаҡтар үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашырға һәм балаларҙы бокс менән шөғөлләнергә рухландырырға килде. Баймаҡ районы башлығының кадрҙар һәм социаль сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов, сараны асып, ҡунаҡтарға килеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе:
- Районыбыҙҙы һайлағанығыҙ һәм балаларыбыҙҙы спорт менән шөғөлләнергә һәм юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә рухландырғанығыҙ өсөн рәхмәт!
Артабан балаларға ил, Европа һәм донъя чемпионаты финалисы Эдуард Әбйәлимов мөрәжәғәт итте:
- Бокс федерацияһы - бер ҙур ғаилә. Бөгөнгө күнекмәләрҙән һуң үҙегеҙҙе был ғаиләнең тулы хоҡуҡлы ағзалары тип һанарға мөмкин.