Новости
3 Декабря 2025, 07:33

Вуз-ара студенттар кампусы бизнес һәм фән диалогы өсөн майҙансыҡ

  Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2025 сиктәрендә бизнес һәм фән диалогы өсөн майҙансыҡ булып тора.

Вуз-ара студенттар кампусы бизнес һәм фән диалогы өсөн майҙансыҡВуз-ара студенттар кампусы бизнес һәм фән диалогы өсөн майҙансыҡ
Вуз-ара студенттар кампусы бизнес һәм фән диалогы өсөн майҙансыҡ

2025 йылдың 3 декабренән 5 декабренә тиклем Өфөлә  Башҡортостан республикаһының ғына түгел, тотош илдең үҫеш йүнәлештәрен билдәләүсе мөһим ваҡиға - XVIII Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үтәсәк. «Торатау» Конгресс-холында барсаҡ сара Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән, шул иҫәптән Ҡытай, Берләшкән ғәрәп әмирлектәре, Төркиә, Ҡаҙағстан, Тажикстан һәм Үзбәкстан делегацияларынан меңләгән эшлекле даирә вәкилдәрен йыя. Форум эшендә федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары етәкселәре, шулай уҡ иҡтисад, инвестициялар һәм инновациялар өлкәһендәге алдынғы эксперттар ҡатнашасаҡ.

4 декабрҙә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы халыҡ-ара бизнес аҙналығы майҙансыҡтарының береһе буласаҡ. Уның үҫешкән инфраструктураһы һәм ҙур потенциалы халыҡ-ара кимәлдәге саралар үткәреү талаптарына тулыһынса тап килә.

– Халыҡ-ара бизнес аҙналығы кеүек мөһим ваҡиғаны беҙҙең майҙансыҡта үткәреү-кампуста булдырылған экосистеманың фән, мәғариф һәм сәнәғәт сигендә нисек эшләүен күрһәтеү өсөн бик яҡшы мөмкинлек. Беҙ заманса лабораториялар булдырып ҡына ҡалмайбыҙ, төбәк һәм ил иҡтисады өсөн алға китеш идеялары тыуған һәм ғәмәли мәсьәләләр хәл ителгән мөхит булдырабыҙ. Форум инновацион процеста ҡатнашыусыларҙың тығыҙ интеграцияһы киләсәк технологияларын булдырыуға нисек булышлыҡ итеүен сағылдырасаҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала кампус директоры Сергей Гладких.

Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы кеүек алдынғы үҙәк булдырыу Башҡортостандың заманса кампустар селтәрен төҙөү буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған пилот төбәктәр иҫәбенә инеүе арҡаһында мөмкин булды. Өфө Вуз–ара кампусы проекты -ул уҡыу корпустары ғына түгел, ә 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары менән тотош студенттар ҡалаһы.

Юғары уҡыу йорттары араһындағы кампуста төп иғтибар бизнес һәм фән араһындағы асыҡ диалог темаларына йүнәлтеләсәк. Форумда ҡатнашыусылар юғары уҡыу йорттары һәм компанияларҙың үҙ-ара эш итеүенең һөҙөмтәле механизмдарын тикшерәсәк, кампусты технологик эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн әҙер экосистема һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр булараҡ ҡараясаҡ. Параллель рәүештә был көндә XI Бөтә Рәсәй юридик форумы һәм «Хоҡуҡ Өҫтөнлөгө: тарихи хәҡиҡәттән Рәсәй юриспруденцияһының киләсәгенә» пленар ултырышы, шулай уҡ «Йыл һалым түләүсеһе» премияһын тапшырыу тантанаһы үтәсәк.

 

Источник: Официальный сайт Международной недели бизнеса - 2025

Автор:
Читайте нас