Рух
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2025, 11:07

Өфөлә Башҡортостан менән Ҡытай араһында иҡтисади һөйләшеү буласаҡ

Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә 5 декабрҙә Өфөлә ике ил араһында иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу перспективаларына арналған панель дискуссия уҙа. Сара заманса саҡырыуҙар шарттарында үҙ-ара эш итеүҙең стратегик йүнәлештәрен тикшереү өсөн майҙансыҡ буласаҡ.

Өфөлә Башҡортостан менән Ҡытай араһында иҡтисади һөйләшеү буласаҡ
Өфөлә Башҡортостан менән Ҡытай араһында иҡтисади һөйләшеү буласаҡ

Ҡытай Башҡортостан иҡтисадында мөһим роль уйнай, төбәктең бөтә тышҡы сауҙа әйләнешенең дүрттән бер өлөшөн тәьмин итә. 2024 йылда ике яҡлы тауар әйләнеше 1 миллиард долларға етте. Башҡортостан Ҡытайға машиналар эшләү, химия сәнәғәте һәм ауыл хужалығы продукцияһын әүҙем экспортлай. 2024 йылда аграр тауарҙар экспорты 18 миллион долларлыҡ 45 мең тонна самаһы тәшкил иткән.

Илдәр араһында сауҙа операцияларын ябайлаштырыу өсөн Ҡытай территорияһында Башҡортостан тауарҙарын пошлинаһыҙ һаҡлау өсөн бонд келәте асыла. Шулай уҡ логистика һәм сик аша түләүҙәр менән шөғөлләнгән Башҡорт-ҡытай сауҙа йорто эшләй. Өфө менән Ҡытайҙың ҙур ҡалалары араһында авиабәйләнеште үҫтереү хеҙмәттәшлектең мөһим йүнәлеше булып тора. 2025 йылда Өфө — Санья тура рейсын асыу планлаштырыла, шулай уҡ Өфө — Урумчи һәм Өфө — Шэньян рейстарын асыу мөмкинлектәре ҡарала.

Башҡортостан биләмәһендә Сычуань провинцияһы ҡатнашлығында май заводы төҙөлөшө проекты тормошҡа ашырыла. Проектта ҡатнашыусы ҡытайҙарға ярҙам итеү өсөн «Волга — Янцзы» иҡтисад балансы үҙәктәре системаһы булдырыла. Шулай уҡ Ҡытай менән ҡтисади, фәнни һәм мәҙәни үҙ-ара эш итеү буйынса корпорация ойошторола.

Башҡортостан менән Ҡытай араһында фәнни-мәғариф хеҙмәттәшлеген үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүленә. Республиканың юғары уҡыу йорттары Ҡытай уҡыу йорттары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, студенттар, аспиранттар һәм докторанттар менән алмашыу программаларын тормошҡа ашыра. Рәсәйҙең һәм Ҡытайҙың 88 юғары уҡыу йортон, шул иҫәптән Башҡорт дәүләт медицина университетын берләштергән «Волга-Янцзы» университеттары ассоциацияһы был хеҙмәттәшлектең төп механизмы булып тора.

Автор:
Читайте нас