Республика хөкүмәте ойошторған форум яңы партнерлыҡ бәйләнештәре булдырыу һәм күп миллиардлы контракттарға ҡул ҡуйыу өсөн меңәрләгән ҡатнашыусыны йыя.
2024 йылда сарала 59 миллиард һумлыҡ килешеүгә ҡул ҡуйылған, ә уның ҡунаҡтары 111 илдән 5000-дән ашыу эшлекле даирә вәкиле булған. Быйыл Тажикстан, Белоруссия, Үзбәкстан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Ҡытай, Төркиә, Ҡаҙағстан һәм башҡа дәүләттәрҙән делегациялар көтөлә.
Беренсе көн программаһы (3 декабрь) хеҙмәт етештереүсәнлеге, социаль һәм йәштәр эшҡыуарлығы мәсьәләләренә арнала. Форум сиктәрендә Бөтә Рәсәй тышҡы сауҙа академияһы бизнесты үҫтереүҙең инновацион стратегияларын эҙләү һәм индереү өсөн Идара итеү ҡарарҙары хакатонын үткәрәсәк. Кисен «Йыл эшҡыуары – 2025» конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы менән тамамлана.
Икенсе көндә (4 декабрҙә) ҡатнашыусылар ижади индустрия һәм интеллектуаль милек өлкәһендәге хоҡуҡи аспекттарҙы тикшерәсәк. Шулай уҡ был көндә «Бизнесты яҡлаусы-2025» һәм «Йыл юрисы» премиялары тапшырыласаҡ, унда хоҡуҡ өлкәһендәге иң яҡшы белгестәрҙе билдәләйәсәктәр. Һуңғы көн (5 декабрь) Халыҡ-ара көн тип иғлан ителә. Уның төп темалары - дәүләт-шәхси партнерлыҡ һәм кооперацияны киңәйтеү. Эшҡыуарҙар өсөн Эшлекле бәйләнештәр биржаһы эшләйәсәк, шулай уҡ:
Ҡытай халыҡ республикаһы һәм Тажикстан менән хеҙмәттәшлек буйынса сессиялар.
Союздаш дәүләткә интеграция буйынса түңәрәк өҫтәл.
Ҡаҙағстан һәм Төркиә менән бизнес-диалогтар.
«Цифрлы күпер» технологияларҙы MENA төбәгенә күсереү буйынса.
Особое событие форума – первое заседание Совета муниципальных образований Башкортостана и Ташкентской области Узбекистана. Кульминацией станет пленарное заседание с участием Главы Башкортостана Радия Хабирова.
Регистрация на мероприятие открыта на официальном сайте: https://ibw-bashkortostan.com/about/registration.
Фото предоставлено АНО Конгресс-бюро Башкортостана
Форумдың айырым ваҡиғаһы – Башҡортостан һәм Үзбәкстандың Ташкент өлкәһе муниципаль берәмектәре Советының беренсе ултырышы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы пленар ултырыш кульминация буласаҡ. Сараға теркәлеү рәсми сайтта асылған: https://ibw-bashkortostan.com/about/registration.
Фото Башҡортостандың Конгресс-бюроһы Автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһынан.